Короновирус сигенергә ашыҡмай

Уның яңы һинд штаммы ла барлыҡҡа килгән. Өфө фотографы пациент булараҡ та һәм профессиональ күҙлектән дә ковид-госпиталдәрҙең тормошон күрә һәм йәшәү өсөн көрәште объектив аша сағылдыра. Әйткәндәй, уның күргәҙмәһе менән “Болоттар”заман сәнғәт үҙәгендә танышырға мөмкин. Фотограф Таһир Чанышев башҡа был сир менән осрашаһы килмәй, ти һәм ул короновирусҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компанентын яһатты. Был фотоһүрәттәрҙә “ҡыҙыл зонала” эшләгән табиптар, барыһы ла махсус кейемдә. Медицина белгестәренең тулыһынса бер эш көнө яҡтыртылған.  Тәүҙә кейенәләр, артабан ауыр хәлдә ятҡан пациенттарға юлланалар. Был фотола иһә күҙлек аша табиптың арыған күҙҙәре сағылдырылған. Фотокүргәҙмәнең авторы Таһир Чанышев үҙе лә табиптар менән бергә ошо көн этабын үтә, әммә тәүҙә ул ковидгоспиталдә пациент булараҡ сир менән көрәшә. Үҙе дауаланған БДМУ клиникаһында урынлашҡан ковид госпиталь, Зубоволағы һәм республика клиник дауаханаһындағы “ҡыҙыл зоналарҙа” эшләгән табиптарҙың һәм сирлеләрҙең йәшәү өсөн көрәшен обьектив аша сағылдыра. БДМУ клинкаһының терапия бүлеге йыл башынан ҡәҙимге режимда эшләй. Фотограф Таһир Чанышев хәҙер бында барыһына ла яҡшы таныш. БДМУ клиникаһының терапия бүлеге ковид-госпиталь булып эшләү дәүерендә 2 мең ярым пациентты дауалай. Дауаланыусылар әле лә етәрлек. Табиптар һәр ваҡыт әҙер, шулай ҙа “ҡыҙыл зонаның” ҡабаттан асылмауына ышанабыҙ, ти улар. Башҡортостанда короновирус инфекцияһынан 182 вакцинациялау пункты эшләй. Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы 462 меңдән ашыу кеше вакцинаның беренсе компонентын алған. Вакцинациялау әүҙем бара, хатта ҡайһы бер урындарҙа сират барлыҡҡа килгән. Башҡортостанға оҫтәмә рәүештә 18900 вакцина килтерелгән, улар ҙур ҡалаларға бүленәсәк, тағы ла 54600 “Спутник V” вакцинаһы көтөлә. Федераль үҙәк мәғлүмәттәре буйынса иң ҙур партия — 100 меңдән ашыу доза киләһе аҙнала Башҡортостанға килтереләсәк.Ярты йыл элек короновирус сирен кисергән Таһир Чанышев башҡа был әжәл менән осрашаһы килмәй, ти. Өфө фотографы вакцинаның беренсе компонентын эшләтте. Организмда антиматдәләрҙең барлыҡҡа килгәнсе әлегә халыҡ күп йыйылған урындарҙа йөрөүҙе кисектереп торорға кәрәк буласаҡ. Вакцинаның икенсе компоненты 3 аҙна үткәс яһаласаҡ. Өфө фотографы Таһир Чанышевтың “Ҡыҙыл зона” геройҙары фотокүргәҙмәһе “Болоттар” заман сәнғәт үҙәгендә июнь аҙағына тиклем дауам итәсәк, артабан экспонаттар менән Хәрби Дан музейында танышырға мөмкин буласаҡ.

Подпишитесь на нас в Google Новости