Ғибәҙәт йорттарында вакцинация пункттары асылыуы ихтимал

Башҡортостанда ғибәҙәт йорттарында коронавирус инфекцияһынан вакцина яһатыу өсөн мобиль пункттар асылыуы ихтимал. Республиканың дини конфессия вәкилдәре һаулыҡ һаҡлау министрлығына ошондай тәҡдим менән мөрәжәғәт итте. Мәсет, синагога, сиркәүҙәргә байтаҡ кеше килә, вакцинациялау хаҡында ла һорауҙар күп, дин прививка яһатыуҙы тыймай, “Ғүмер –ул Хоҙай бүләге һәм уның хаҡында хәстәрлек күрергә кәрәк”, тиелде хәбәрселәр менән осрашыуҙа. Башҡортостандың дини конфессиялары етәкселәре лә вакцина яһатҡан һәм уны эҙемтәһеҙ үткәргән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда 531 мең кеше вакцинаның беренсе компонентын алған, ул халыҡтың 31 проценты. Короновирус инфекцияһын туҡтатыу өсөн тағы ла ошо күләмдә вакцинация үтеү кәрәк. Дин әһелдәре һаҡлау сараларын да онотмаҫҡа саҡырҙы, дезинфекция үтеү, битлектәр кейеү сирҙең таралыуын сикләй.

Подпишитесь на нас в Google Новости