Ауыл халҡын да вакцинациялау өсөн мобиль фельдшер-акушер пункттары эшләй

Иглин поликлиникаһына килтерелгән коронавирусҡа ҡаршы прививканың беренсе компонентын һалып бөткәндәр. Йәғни, бында халыҡ коронавирусҡа ҡаршы әүҙем вакцина эшләтә. Ошо көндәрҙә генә бында 1 меңгә яҡын доза килтерелгән. Ауыл халҡын да вакцинациялау өсөн мобиль фельдшер-акушер пункты эшләй. Алаторка ауылы халҡына хәҙер район үҙәгенә барып, вакцина эшләтеп йөрөргә кәрәкмәй. Аҙнаһына бер тапҡыр бында мобиль фельдшер-акушер пунктты килә. Вакцина эшләткәс, кешеләргә ултырып торорға ҡушыла. Уларҙы медицина хеҙмәткәрҙәре күҙәтә, һуңынан барыһы ла яҡшы булһа, ҡайтарып ебәрәләр. Төрлө кәңәштәр ҙә бирелә. 10 кешенән ғариза тупланыу менән фельдшер мобиль пункт саҡырта. Был юлы балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләтте. Сөнки, мәкерле сирҙән һаҡланыуҙың берҙән-бер юлы – вакцинация. Ауыл кешеһенең ғәҙәттә “тауыҡ сүпләһә лә” эше бөтмәй. Ҡайһы берҙәренең ваҡыты ла ҡалмай тиерлек. Ә мобиль фельдшер-акушер пунктында прививка эшләү, уларҙың ваҡытын сарыф итмәй һәм күберәк кешеләрҙе вакцинацияларға мөмкинлек бирә. Иглин районында ошондай берҙән-бер мобиль фельдшер-акушер пункты иҫәпләнә. Бөгөн унда коронавирусҡа ҡаршы прививка яһайҙар. Ә башҡа ваҡытта ул алыҫ ауылдарға сыға. Эсендә анализ алалар, йөрәк тибешен, ҡан баҫымын тикшерәләр, укол ҡаҙайҙар, башҡа медицина тикшереүе уҙғаралар. Район үҙәгендә лә әүҙем вакцинация бара. Кемеһелер өйөнән килгән, кемеһелер эшенән һорап киткән. Иглин районына өс төрлө 6 меңдән ашыу доза вакцина килтерелгән. Уҙған аҙнала тағы ла 980 ҡайтарылған. Табиптар ваҡытында вакцина һалдырыу, үҙҙәрен генә түгел, башҡаларҙы ла коронавирустан һаҡлап ҡала, тип белдерә. Көндән-көн республикала предприятие-ойошма хеҙмәткәрҙәре күпләп вакцинация үтә. Был юлы Башҡортостан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләтте. Башҡортостан дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы вәкилдәренә кешеләр араһында эшләргә тура килә. Улар  фольклориада барышын да яҡтырта. Ошоно иҫәпкә алып телеүҙәккә медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре килеп, вакцина эшләй. Шул уҡ ваҡытта Ковид-19 вирусын йоҡтороусылар арта бара. Коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның ике компонентын да 371 меңдән ашыу кеше эшләткән. Улар араһында сирләүселәр юҡ. Республикала коронавирусҡа бәйле хәл ҡатмарлаша барыуын иҫәпкә алып, хәүефһеҙлек саралары көсәйтелә. Хәҙер йәмәғәт урындарына барғанда вакцина һалдырыу тураһында сертификат, йә медицина ойошмаһынан прививка һалдырыу ярамағанын раҫлаусы документ, Ковид-19 юҡлығын раҫлаусы ПЦР-тест һөҙөмтәһе булырға тейеш. Битлек кейеү, дистанция һаҡлау ҙа ғәмәлдә ҡала, тип иҫкәртә табиптар.

Читайте нас в Яндекс.Дзен