Ҡымыҙ – сәләмәтлек сығанағы

Урал аръяғы райондарында йылҡысылыҡ тармағы йылдам үҫешә, башҡорт тоҡомло аттар аҫрала, йәйләүҙәрҙә ҡымыҙ бешеләр. Төбәктәге иң ҙур фермаларының береһе Баймаҡ районының Ирәндек тауҙары буйында урынлашҡан. Бейәләрҙе яратып, улар менән һөйләшеп эшеңде башҡарһаң һөтө лә күберәк, ҡымыҙы ла икеләтә тәмлерәк була, ти Динә. Баймаҡ районының Ирәндек тауҙары буйында урынлашҡан ҡымыҙ фермаһында көнөнә 100 литрҙан ашыу бейә һөтө һауып алына. Хужалыҡта барлығы 300-ҙән ашыу йылҡы малын аҫрайҙар. Шуның 200-гә яҡыны һауын бейәһе. Йылҡысы Миңлебай әйтеүенсә, башҡорт аттары башҡаларҙан үҙҙәренең сыҙамлы, аҡыллы булыуҙары менән айырылып тора. Ҡымыҙҙың тәме бейә һөтөнөң ҡуйылығына бәйле. Ә Ирәндек буйында үҫкән ҡылған файҙалы эсемлеккә үҙенсәлекле тәм бирә. Башҡорт ҡымыҙы — башҡорт балы кеүек республиканың төп гастрономик брендтарының береһе. Әскелтем эсемлекте юҡҡа ғына батырҙар эсемлеге тип атаймайҙар, ти ҡымыҙ бешеүселәр. Ул йәнгә рәхәт, тәнгә сихәт бирә һәм дауалау үҙенсәлектәренә эйә. Бейәләрҙең ниндәй үлән ашауы, ҡымыҙ бешеү йолаһы, йылҡыны тәрбиәләү алымына тиклем милли ризыҡтың тәмендә һәм сифатында сағыла, ти Динә. Кемдер әсе ҡымыҙ һорай, икенселәренә сөсөрәге оҡшай. Хужалыҡта һатып алыусыларҙың теләгенә ҡарап, шифалы эсемлектең бер нисә төрөн тәҡдим итәләр. Фермер Фирҙәүес Хәлимов һүҙҙәренсә, киләсәктә һауын бейәләр һанын үҫтереп, продукцияны Урал аръяғы райондарында ғына түгел, ә Өфөгә һәм хатта күрше төбәктәргә һатыу ҡарала. Йылҡысылыҡтың милли традицияларын һаҡлау һәм тармаҡты артабан үҫтереү өсөн республикала «йылҡысылыҡты үҫтереү» ярҙамсы программаһы ҡабул ителгәйне. 2020 йылда ғына тармаҡты үҫтереүгә 110 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Киләсәктә Башҡортостан йылҡы малы һаны буйынса Рәсәйҙә беренсе урынға сығыу планлаштырыла.

Подпишитесь на наш Telegram-канал