Льготалы ипотека программаһы оҙайтыла

2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң  балаһы тыуған ғаиләләргә  льготалы ипотека программаһы оҙайтыла. Рәсәй президенты Владимир Путин ошо туралағы махсус документҡа ҡул ҡуйҙы. 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң беренсе йәки артабанғы балаһы тыуған ғаиләләр 2023 йылдың 31 декабренә тиклем беренсел баҙарҙа ипотека алырға йәки әлегеһен бөтә срокка 6% менән рефинансларға мөмкин. Шулай уҡ Владимир Путин икенсе льготалы ипотека программаһының  ғәмәлдә булыу ваҡытын 2022 йылдың 1 июленә ҡәҙәр оҙайтырға ҡушты. Уның буйынса ставка — 7 проценттан, ә кредит күләме өс миллион һумдан артмаҫҡа тейеш. 4 июндә дәүләт башлығы Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар ултырышында ошондай тәҡдимдәр менән сығыш яһағайны.

Подпишитесь на наш Telegram-канал