Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы юбилейын билдәләй

 Был көндәрҙә 22-се ҡала клиникаһы асылыуға 30 йыл тулды. Хәҙер ул заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған медицина учреждениеһы һәм бында иң яҡшы белгестәр эшләй. Ошо арауыҡта улар миллион ярым кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалған.  Медицина реабилитацияһы бүлеге кардиологы Диләрә Яҡшығолова бар ғүмерен медицинаға бағышлаған. Шуның 24 йылын ул ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында эшләй. Юбилейға арналған тантанала йөрәк белгесе Башҡортостандың атҡаҙанған табибы тигән исемгә лайыҡ булды. 30 йыл дауамында Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы коллективы ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтеп килә. Тәүҙә ул баш ҡала халҡын хеҙмәтләндерһә, хәҙер бөтә республиканы дауалай. Тәүлегенә генә бында 300 пациент килтерелә. Коронавирусҡа бәйле пандемия башланғас, 22-се ҡала дауаханаһы нигеҙендә 400 урынлыҡ ковид-госпиталь асыла. Ошо арауыҡта бында 3 мең 600 пациентҡа төрлө яҡлап медицина ярҙамы күрһәтелә. Ҡыҙыл зонала эшләүсе белгестәр кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуҙа ҙур оҫталыҡ күрһәтте, тип билдәләне Башҡортостан башлығы. Медицина учреждениеһының ашығыс ярҙам машиналары яңыртыла, йылдан йыл заманса ҡорамалдар һатып алына. Янында ғына урынлашҡан вертолет майҙансығы бөтә республиканан тиҙ арала пациенттарҙы килтереп, ваҡытында ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге бирә. Дауахана ойошторолғандан алып үҙенең клиника-диагностика лабораторияһы эшләп килә. Бында бөтә пациенттарҙың анализдары килә. Йылына ғына заманса ҡорамалдарҙа 2 миллиондан ашыу тикшереү уҙғарыла. Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында йылына 15 мең операция эшләнә. 30 йыл эсендә бында миллионлаған кеше ғүмере ҡотҡарылған. Башҡортостан башлығы коронавирусҡа бәйле ауыр осорҙа алғы һыҙыҡта булғандары өсөн коллективҡа оло рәхмәтен белдерҙе.

Подпишитесь на нас в Google Новости