Екатеринбургта, “Иннопром” халыҡ-ара күргәҙмәһе үтте

Башҡортостан сәнәғәт сәйәсәтен бойомға ашырыу һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй субьекттары араһында беренсе урында. Милли рейтинг һәм уның еңеүселәре исеме Екатеринбургта, “Иннопром” халыҡ-ара күргәҙмәһе сиктәрендә аталды. Халыҡ-ара кимәлдәге был экспозиция Рәсәйҙең төп индустриаль, сауҙа һәм экспорт майҙансығы тип баһалана. Ә рейтингҡа килгәндә ул 4 блок һәм 40  күрһәткес һөҙөмтәләренән сығып билдәләнә. Төбәктәрҙең иҡтисади үҫеше, субьекттарҙа дәүләт ярҙамы, Рәсәйҙең сауҙа һәм сәнәғәт министрлығы менән хеҙмәттәшлек, сәнәғәт фонды менән булдырылған бәйләнеш – рейтнгты төҙөгәндә һәр бер фактор иҫәпкә алына. Беренсе урынға Свердловский өлкәһе сыҡһа, Башҡортостан икенсе баҫҡысҡа күтәрелде. Өсөнсө урын Мәскәү өлкәһендә. Күрше өлкәләге форум эшендә Башҡортостан башлығы Р адий Хәбиров та ҡатнашты.Республика етәксеһе был турала майҙа Белорет районына эш сәфәре барышында белдергәйне. Был һүҙҙәрҙе  Радий Хәбиров Екатеринбургта күргәҙмә сиктәрендә “Уралвагонзавод” етәксеһе Александр Потапов менән осрашыуҙа ла раҫланы. “Уралвагонзавод” Белоретта Урал пружина заводына яңы заказдар бирергә ниәтләй.

Читайте нас в Яндекс.Новостях