Бөгөн Бөтә Донъя Фольклориадаһының дүртенсе көнө

Сит илдәрҙән килгән коллективтар әле республиканың төрлө райондары буйлап таралышты. Кисә Өфөлә “Торатау” конгресс холы янындағы майҙандарҙа Польша, Панама, Италия, Болгария, Испания, Ҡаҙағыстан, Колумбияның фольклор төркөмдәре сығыш яһаны.  Фольклориада дауам итә.  Халыҡ-ара фестивалдең өсөнсө көнө лә   сараларға һәм  сағыу тамашаларға бай булды.  Донъя ҡунаҡтары республика райондарына юл тотто.  Салауат ҡалаһы, Мишкә, Дүртөйлө, Әбйәлил райондары халҡы донъя ҡунаҡтарын үҙ мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары  менән таныштырҙы. Фестивалдең үҙәге – Салауат Юлаев майҙаны алдында ла  сағыу тамаша һәм “Фольклориада йөрәге” тип аталған Халыҡ-ара кәсептәр һәм һөнәрҙәр күргәҙмәһе ойошторолдо. Берҙәмлек байрамы Өфө амфитеатрында сағыу концерт менән тамамланды.  Сәхнә артында  һуңғы әҙерлек бара. Тулҡынланыуға урын юҡ, бында байрам кәйефе хөкөм һөрә. Польша иленән килгән  Мисковяни  фольклор ансамбле сығыш яһарға әҙерләнә. Концерт программаһын улар махсус рәүештә Фольклориада өсөн төҙөгән. Сығыштарында һәр кемгә яҡшы таныш полька, вальс  та бар.  Тамашасыға улар  Польшаның төрлө төбәк  мәҙәниәтен еткерергә  теләй. Өфөнөң Салауат Юлаев майҙаны алдында  үткән байрам концертында  өс ил вәкилдәре -   Польша , Италия һәм Панама фольклор ансамблдәре үҙ концерт программаларын  тәҡдим итте. Хосе Корейа фольклор үҫеше академияһы сығышы бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Башҡорт милли кейемдәрендә панама көйҙәренә өҙҙөрә бейегән замандаштарыбыҙ  берҙәмлек байрамына айырыуса йәм өҫтәне. Панама – ике ҡитға иле. Халҡы ихлас һәм ҡунаҡсыл. Был сифаттар уларҙың бейеүҙәрендә лә сағылыш таба. Байрам ҡунаҡтары “Фольклориада йөрәге” тип аталған Халыҡ-ара кәсептәр һәм һөнәрҙәр күргәҙмәһендә лә ҡатнаша алды.  Бында Болгария, Колумбия, Австрия һәм башҡа ил кесәпселәре  халыҡҡа  үҙ эштәрен тәҡдим итте. Сағыу тәҫтәр  менән биҙәлгән ҡул эштәренең һәр-береһе үҙ иленең тарихын, милли мираҫын сағылдыра.  Сит ил ҡунаҡтары республика оҫталарының эштәре менән дә таныш алды. Келәм эшләү, кейеҙ баҫыу, туҡыманы художестволы биҙәү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен дә алды. Шул арала «Торатау» конгресс-холы амфитеатрында «Фольклориада йөрәге» фестиваленең йәнә бер тамашаһы башланырға тора.  Бында әҙерлек эштәре күптән башланғайны. 9 көн эсендә 20 метр оҙонлоғондағы ғәйәт ҙур сәхнә тәҙәлдө.  Асыҡ һауалағы уникаль конструкция амфитеатрҙың ярты майҙанын биләй. Тауыш сифатына айырыуса иғтибар бүленгән. Сәхнә артында эш ҡайнай.  Кемдер концерт программаһын ҡабатлай, сығыштарына әҙерләнә, икенселәр иҫтәлеккә фотоға төшә, йә тәьҫораттар менән бүлешә. Испания халҡы вәкилдәрен мәҫәлән, сараның әҙерлек  кимәле хайран ҡалдырған. Ә ҡайһы берәүҙәр өсөн  Фольклориада тиҫтә йылдар күрмәгән туғандары менән күрешеү мөмкинлеге. Концертта бик күп онотолмаҫ, сағыу сығыштар булды. Ҡаҙағстан Милли гвардияһының йыр һәм бейеү ансамбле ҡаҙаҡтарҙың, төрки халҡының йыр-моңдарын алып килгән. Пламаш  Болгария милли бейеү ансамбле, Ырымбур дәүләт академия рус халыҡ хоры, Корос и Данзас де Лорка Испан фольклор коллективы – барыһы ла күңелдәрҙе елкендерерлек сағыу тамашалыр бүләк итте.  Кармен Лопез Колумбия бейеү коллективы иһә күптәрҙе үҙенсәлекле программаһы менән әсир итте. Колумбияны ҡояшлы ил тиҙәр, шуға ла уларҙың милли кейемдәрендә йылы төҫтәр өҫтөнлөк итә. Һәр бейеүҙәрендә милләт тарихы, уның киләсәге һәм бөгөнгөһө сағыла.    Кисәнең төп ҡунағы  Рәсәй йырсыһы Тина Кузнецова һәм Zventa Sventana фолк проекты Өфө ҡунаҡтарын һәм тамашасыларҙы иң популяр  йырҙары менән ҡыуандырҙы.  Күҙҙең яуын алырҙай  милли костюмдар, матур йыр-бейеүҙәр  һәм иң мөһиме –төрлө халыҡ вәкилдәренең шат-көләс йөҙҙәре.   Һәр сығыш милли мәҙәни мираҫ менән һуғарылды, барыһын да йыр-бейеүгә, үҙ мәҙәниәтенә һөйөү берләштерҙе.

Подпишитесь на нас в Пульс