Һаҡ булығыҙ, юлда иҫерек водителдәр

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы ял һәм байрам көндәрендә эскән килеш руль артына ултырыусылар, айырыуса, күп булыуын асыҡлаған.  Башҡортостандың баш Дәүләт автоинспекторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Владимир  Севастьянов  “Рәсәй” медиа-үҙәгендә хәбәрселәр һорауҙарына яуап бирҙе.  Енәйәт һәм яза тип аталған  кәңәшмәлә республика Эске эштәр министрлығының тәүтикшереү идаралығы етәксеһе Сергей Сысолятин да ҡатнашты. Спикерҙар эскән килеш руль артына  ултырған водителдәрҙе асыҡлау, уларҙы транспорт ағымынан ситләтеү буйынса алып барылған эш менән танынтырҙы.  Язаға тарттырыу статистикаһы менән бүлеште, иҫерек водителдәргә ҡаршы иң һөҙөмтәле көрәш юлдарын йәнә бер барланы. Рәсәйҙә 1 июлдән эскән килеш транспорт сараһы менән идара иткән өсөн икенсе тапҡыр тотолған водителдәр өсөн  яза ҡәтғилләште. Элек хоҡуҡ боҙоусыларға  300 мең һум штраф ҡаралһа, хәҙер уның күләме ярты миллионға тиклем етеүе ихтимал, хөкөм ваҡыты ла арттырыла. Язаға тарттырылғандар 3 йылға иркенән  мәхрүм ителәсәк.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡорт ҡурайы үткән менән хәҙерге заман араһында күпер һала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт ҡурайы үткән менән хәҙерге заман араһында күпер һала

“Рәсәй” медиаүҙәгендә талантлы ҡурайсы Юлай Ҡасимовтың “Саптар” тип исемләнгән беренсе альбомының исем туйы үтте. Альбомда “Бейеш”, “Ҡолой кантон”, “Шафиҡ”, “Сыңрау торна” кеүек башҡорт халыҡ көйҙәре урын алған. Һәр композиция традицион вариантта һәм шулай уҡ заманса аранжировка менән эшләнгән. Төп...

25 июля 2021
Смотреть видео Бер быуатлыҡ юбилейға яңы мәктәп | ГТРК «Башкортостан»

Бер быуатлыҡ юбилейға яңы мәктәп

Өфө ҡалаһының 21-се лицейына быйыл 100 йыл. Үткән йыл авария хәлендәге мәктәпте тулыһынса боҙоп, быйыл яңы бина төҙөлдө. Тышҡы һәм эске эштәр бер юлы бара. Физика кабинетында стена, иҙән тигеҙләп һыланған, тағы ла буяу эштәрен башҡараһы бар. Әлегә парталар урынлаштырылмаһа ла, һәр партаға тәғәйен...

25 июля 2021
Смотреть видео Комсомол урамы ҡасан асыла? | ГТРК «Башкортостан»

Комсомол урамы ҡасан асыла?

Башҡортостанда бер тәүлек эсендә коронавирус йоҡтороуҙың  257 осрағы теркәлгән. Өфө буйынса 52 кеше. Ошо турала ҡала  хакимиәтендә  үткән ултырышта Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялау әүҙем дауам итә. Һуңғы...

25 июля 2021
Смотреть видео Дәүләт ярҙамы | ГТРК «Башкортостан»

Дәүләт ярҙамы

Ҡырмыҫҡалы районында  “ДЭЛЕКСА” предприятиеһы Сәнәғәтте үҫтереү фонды ярҙамы менән   яңы  дезинфекциялау саралары ҡойоу линияһын сафҡа индерҙе. Һатып алынған заманса ҡорамалдар етештереү күләмен айына 300 тоннаға еткереү мөмкинлеген бирә. Элек  пластик һауыттарҙың...

25 июля 2021
Смотреть видео Ковидтан һуң ҡайҙа реабилитация үтергә? | ГТРК «Башкортостан»

Ковидтан һуң ҡайҙа реабилитация үтергә?

Коронавирус инфекцияһы менән ауырыған кешеләр республика дауалау-физкультура диспансерына йүнәлтмә алыу мөмкинлегенә эйә. Республика дауалау-физкультура диспансерына мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе короновирустан һуң һаулығын нығытырға теләүселәр. Лилиә Прокофьева ла улар рәтендә. Бер йыл элек 80...

25 июля 2021
Смотреть видео Вакцина эшләт | ГТРК «Башкортостан»

Вакцина эшләт

Эш һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт коронавирустан прививка яһатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе эш урындарынан ситләтеү ҡағиҙәләрен билдәләне. Рәсәй яңылыҡтар агентлығының ошо хаҡтағы мәғлүмәтенә ҡарағанда, 15 августан эш биреүсе вакцинацияланмаған хеҙмәткәрҙе эш урынына үткәрмәҫкә ҡарар итә ала. ...

25 июля 2021
Смотреть видео Быуат төҙөлөшө дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Быуат төҙөлөшө дауам итә

Өфөнән көнсығыш сығыу юлында эштәр тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Объекттың оҙонлоғо 14 километр, бында тоннель, тиҙлек трассаһы һәм төбәктә иң оҙон эстакада менән тоташҡан күпер һалына. Һыу үткәрмәҫ кәртә конструкторҙай ҡорола. Һәр шпунт йылға төбөнә 10 метр тәрәнлеккә ҡағыла, Август башына объектты...

25 июля 2021
Смотреть видео Толпар нимәгә иҫәп тота? | ГТРК «Башкортостан»

Толпар нимәгә иҫәп тота?

“Толпар” хоккей командаһы ялдан сығып яңы үрҙәр яуларға әҙерләнә. Әйткәндәй, быйыл был команда күп үҙгәрештәр кисерҙе. Хәҙер йәш хоккейсыларҙы ниндәй тренер әҙерләй, командала нисә кеше иҫәпләнә? Хоккей-егеттәрҙән ныҡышмаллыҡ талап итә. Команданың һәр хоккейсыһы был спорт төрөн һағынып көткән, тип...

25 июля 2021
Смотреть видео Пособие юллау тәртибе | ГТРК «Башкортостан»

Пособие юллау тәртибе

Рәсәйҙең Пенсия фонды 6 йәштән 18 йәшкә тиклемге балаларға пособие түләү өсөн ғаризалар ҡабул итә башлауы хаҡында белдерә. Бер тапҡыр бирелә торған социаль ярҙам суммаһы - 10 мең һум. Был аҡса уҡыусыларға беренсе сентябргә кәрәк-яраҡтар алыу өсөн тәғәйенләнә. Башҡортостандан 650 меңдән ашыу бала...

25 июля 2021
Смотреть видео Ҡала хакимиәте менән уртаҡ фекергә килеп булырмы? | ГТРК «Башкортостан»

Ҡала хакимиәте менән уртаҡ фекергә килеп булырмы?

Киоск, павильондарҙы тулыһынса емереп ташлап, ошо урындарҙы эшҡыуарҙарға ҡуртымға биреү ҡулайлымы әллә күп йылдар бер урында үҙҙәренең кәсептәрен үҫтергән эшҡыуарҙар менән яңы килешеүҙәр төҙөү отошлораҡмы? Стационар булмаған һатыу объектары хужалары яҡын арала кәсепһеҙ тороп ҡалыуыбыҙ ихтимал, тип...

25 июля 2021
Яндекс.Метрика