Аҡбуҙатка һәйкәл

Бөрйән районында «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпостары персонажы асылды. Тантана фольклориада сиктәрендә үтте. Сара барышын урындағы халыҡтан тыш, сит ил ҡунаҡтары ла күреү бәхетенә иреште. Башҡорт эпостарын төптән өйрәнеүсе скульптор  Өлфәт Ҡобағошов Аҡбуҙат персонажы менән 1970-се йылдарҙан алып ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Һәйкәл йылҡысыккан күле янындағы майҙанда урынлашҡан. Йылҡысыҡҡан күле Бөрйән генә түгел, бөтә республика халҡы өсөн серле урындарҙан һанала. Тәбиғәттең сағыу ерен төрлө тарихсылар өйрәнгән, әллә күпме мәғлүмәттәр яҙып ҡалдырған. Төпһөҙ күлде ер аҫтынан аҡҡан Шүлгән йылғаһына һәм бынан биш саҡрымдағы Шүлгән мәмерйәһенең зәңгәр күленә тоташҡан, тиҙәр.Башҡорт халыҡ риүәйәттәрендәге төп персонаждарҙың береһе Аҡбуҙатты тура мәғәнәһендә мәңгелеккә ошо күлгә ҡайтты, тип әйтергә мөмкин. Тап Йылҡысыҡҡан күле майҙанында хәҙер Аҡбуҙат һәйкәле урын алды. Аҡбуҙат — башҡорт халыҡ дастандары нигеҙендә барлыҡҡа килгән һәйкәлдәрҙең береһе. Һәйкәлде булдырыу өсөн 2015-се йылда ғилми-етештереү үҙәге конкурс иғлан итә. Һөҙөмтәлә билдәле скульптор Өлфәт Ҡобағошовтың эскизы һайлап алына. Өлфәт Ҡобағошов Аҡбуҙат персонажына һәйкәл ҡуйыу ниәте менән 1977-се йылдан алып янып йәшәгән. Әйткәндәй, башҡа ҡәрҙәштәрҙең боронғо милли әҫәрҙәре һәйкәлдәре күптән бар. Ҡырғыҙ, ҡалмыҡ, тыва, яҡут туғандар ошо исемлектә. Эпос персонажы Аҡбуҙат хәҙер республиканың иң йәмле рындарының береһендә балҡып тора. Ҡеүәтле ҡанатлы, булат ҡылыслы Аҡбуҙаттың бейеклеге яҡынса биш метр. Мәғлүмәттәр буйынса, уның ауырлығы өс тоннанан ашыу. Тантана Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә үтте. Әлеге ваҡытта башҡорт халҡының эпик әҫәрҙәренә ҡуйылған берҙән-бер һәйкәл асыу ваҡиғаһына сит ил вәкилдәре лә шаһит булды.  Сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Урындағы сәхнә артистары сит ил коллективтарын бай мәҙәни мираҫ менән таныштырҙы,  “Урал батыр” эпосын сәхнәлләштереп, өҙөктәр ятлап күрһәтте.Башҡорт халҡының боронғо эпостары сит ил ҡунаҡтарына ла яҡшы таныш. Өҫтәүенә, хәҙер республика ғына түгел, ә ҡырҙан килгән туристар ҙа иҫтәлекле урындарҙың береһе-башҡорт эпосына ҡуйылған тәүге һәйкәлде барып күрә ала. Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусылар бындай монументаль һәйкәлде беренсе тапҡыр күреүҙәре менән бүлеште. Беҙҙең өсөн ул ҙур асыш булды, тип уртаҡлашты улар.Һәйкәл асыу тантанаһынан һуң сит ил ҡунаҡтары башҡорт аш-һыуҙарын ауыҙ итергә тирмәгә юлланды. Самауырҙан сәй, ҡорот, аш, тултырма-барыһы ла ҡунаҡтар өсөн.Билдәле булыуынса, Бөтә донъя фольклориадаһына килгән коллективтар республика район-ҡалалары буйлап сәйәхәт итә һәм концерт номерҙары менән сығыш яһай. Франция, Венгрия, Швейцария, Канада, Бенин ҡунаҡтары, мәҫәлән, Бөрйән районында сығыш яһаны.Фольклориадала ҡатнашыусыларҙың һәр береһе Башҡортостан халҡының ҡунаҡсыл булыуын, хозур тәбиғәтте, башҡорт аш-һыуҙарын маҡтаны.Әлбиттә, ҡунаҡтар ҙа бүләкһеҙ ҡалдырманы. Мәҫәлән, Венгриянан килгән ансамбль “Әпипә”йырын башҡарҙы. Концерттан һуң, сит ил ҡунаҡтары Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәйәхәт ҡылды.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡорт ҡурайы үткән менән хәҙерге заман араһында күпер һала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт ҡурайы үткән менән хәҙерге заман араһында күпер һала

“Рәсәй” медиаүҙәгендә талантлы ҡурайсы Юлай Ҡасимовтың “Саптар” тип исемләнгән беренсе альбомының исем туйы үтте. Альбомда “Бейеш”, “Ҡолой кантон”, “Шафиҡ”, “Сыңрау торна” кеүек башҡорт халыҡ көйҙәре урын алған. Һәр композиция традицион вариантта һәм шулай уҡ заманса аранжировка менән эшләнгән. Төп...

25 июля 2021
Смотреть видео Бер быуатлыҡ юбилейға яңы мәктәп | ГТРК «Башкортостан»

Бер быуатлыҡ юбилейға яңы мәктәп

Өфө ҡалаһының 21-се лицейына быйыл 100 йыл. Үткән йыл авария хәлендәге мәктәпте тулыһынса боҙоп, быйыл яңы бина төҙөлдө. Тышҡы һәм эске эштәр бер юлы бара. Физика кабинетында стена, иҙән тигеҙләп һыланған, тағы ла буяу эштәрен башҡараһы бар. Әлегә парталар урынлаштырылмаһа ла, һәр партаға тәғәйен...

25 июля 2021
Смотреть видео Комсомол урамы ҡасан асыла? | ГТРК «Башкортостан»

Комсомол урамы ҡасан асыла?

Башҡортостанда бер тәүлек эсендә коронавирус йоҡтороуҙың  257 осрағы теркәлгән. Өфө буйынса 52 кеше. Ошо турала ҡала  хакимиәтендә  үткән ултырышта Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялау әүҙем дауам итә. Һуңғы...

25 июля 2021
Смотреть видео Дәүләт ярҙамы | ГТРК «Башкортостан»

Дәүләт ярҙамы

Ҡырмыҫҡалы районында  “ДЭЛЕКСА” предприятиеһы Сәнәғәтте үҫтереү фонды ярҙамы менән   яңы  дезинфекциялау саралары ҡойоу линияһын сафҡа индерҙе. Һатып алынған заманса ҡорамалдар етештереү күләмен айына 300 тоннаға еткереү мөмкинлеген бирә. Элек  пластик һауыттарҙың...

25 июля 2021
Смотреть видео Ковидтан һуң ҡайҙа реабилитация үтергә? | ГТРК «Башкортостан»

Ковидтан һуң ҡайҙа реабилитация үтергә?

Коронавирус инфекцияһы менән ауырыған кешеләр республика дауалау-физкультура диспансерына йүнәлтмә алыу мөмкинлегенә эйә. Республика дауалау-физкультура диспансерына мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе короновирустан һуң һаулығын нығытырға теләүселәр. Лилиә Прокофьева ла улар рәтендә. Бер йыл элек 80...

25 июля 2021
Смотреть видео Вакцина эшләт | ГТРК «Башкортостан»

Вакцина эшләт

Эш һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт коронавирустан прививка яһатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе эш урындарынан ситләтеү ҡағиҙәләрен билдәләне. Рәсәй яңылыҡтар агентлығының ошо хаҡтағы мәғлүмәтенә ҡарағанда, 15 августан эш биреүсе вакцинацияланмаған хеҙмәткәрҙе эш урынына үткәрмәҫкә ҡарар итә ала. ...

25 июля 2021
Смотреть видео Быуат төҙөлөшө дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Быуат төҙөлөшө дауам итә

Өфөнән көнсығыш сығыу юлында эштәр тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Объекттың оҙонлоғо 14 километр, бында тоннель, тиҙлек трассаһы һәм төбәктә иң оҙон эстакада менән тоташҡан күпер һалына. Һыу үткәрмәҫ кәртә конструкторҙай ҡорола. Һәр шпунт йылға төбөнә 10 метр тәрәнлеккә ҡағыла, Август башына объектты...

25 июля 2021
Смотреть видео Толпар нимәгә иҫәп тота? | ГТРК «Башкортостан»

Толпар нимәгә иҫәп тота?

“Толпар” хоккей командаһы ялдан сығып яңы үрҙәр яуларға әҙерләнә. Әйткәндәй, быйыл был команда күп үҙгәрештәр кисерҙе. Хәҙер йәш хоккейсыларҙы ниндәй тренер әҙерләй, командала нисә кеше иҫәпләнә? Хоккей-егеттәрҙән ныҡышмаллыҡ талап итә. Команданың һәр хоккейсыһы был спорт төрөн һағынып көткән, тип...

25 июля 2021
Смотреть видео Пособие юллау тәртибе | ГТРК «Башкортостан»

Пособие юллау тәртибе

Рәсәйҙең Пенсия фонды 6 йәштән 18 йәшкә тиклемге балаларға пособие түләү өсөн ғаризалар ҡабул итә башлауы хаҡында белдерә. Бер тапҡыр бирелә торған социаль ярҙам суммаһы - 10 мең һум. Был аҡса уҡыусыларға беренсе сентябргә кәрәк-яраҡтар алыу өсөн тәғәйенләнә. Башҡортостандан 650 меңдән ашыу бала...

25 июля 2021
Смотреть видео Ҡала хакимиәте менән уртаҡ фекергә килеп булырмы? | ГТРК «Башкортостан»

Ҡала хакимиәте менән уртаҡ фекергә килеп булырмы?

Киоск, павильондарҙы тулыһынса емереп ташлап, ошо урындарҙы эшҡыуарҙарға ҡуртымға биреү ҡулайлымы әллә күп йылдар бер урында үҙҙәренең кәсептәрен үҫтергән эшҡыуарҙар менән яңы килешеүҙәр төҙөү отошлораҡмы? Стационар булмаған һатыу объектары хужалары яҡын арала кәсепһеҙ тороп ҡалыуыбыҙ ихтимал, тип...

25 июля 2021
Яндекс.Метрика