Башҡортостанда 19 июль ял көнө тип иғлан ителә | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Башҡортостанда 19 июль ял көнө тип иғлан ителә

Был хаҡта Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Ҡорбан байрам сәбәпле, 20 июль ял көнө. Шулай итеп, республика халҡы 4 көн ял итәсәк. Башҡортостан коронавирусҡа бәйле сикләүҙәрҙе йәнә ике аҙнаға күсерә. Шул уҡ ваҡытта республика етәкселеге айырым тәҡдим менән сығыш яһай. Ул, тәү сиратта, ҡорбан ғәйетенә бәйле. Байрам уңайынан 19-сы июлдә ял көнө итеп иғлан ителә. Әммә, был көн ял булһа ла, уның өсөн эш хаҡын түләргә тейештәр. Тағы ла шуныһы, Ҡорбан ғәйете табынына  халыҡты күпләп йыймау ҙа пандемиянан һаҡланыуҙан бер юл. Тик шул уҡ ваҡытта коронавирус сигенмәй. Республикала бөгөнгә 43  меңгә яҡын кешелә КОВИД 19 вирусы өлгөләре табылған. Вакцинация өсөн  Башҡортостан тағы 20 мең доза препарат ҡайтара. Башҡортостан медицина инспекторҙары эшен көсәйтә. Яҡын арала белем усаҡтарында студенттар дежурға сығасаҡ. Медицина колледж һәм институтында белем алыусылар уҡыусылар, хеҙмәткәрҙәр сәләмәтлеге һағында торасаҡ. Тағы ла шуныһы, республика күләмле сараларҙан тулыһынса баш тарта. Бөгөн төп бурыс –вакцинация. Башҡортостан туризмды үҫтереү генә түгел, ә тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау өсөн дә айырым проектар әҙерләне. Һуңғы йылдарҙағы иң мөһим документтарҙың береһе әлбиттә, Торатау менән Янғантау геопарктары.  Был биләмәләр эшмәкәрлеге өсөн хәҙер коммерция булмаған автономиялы ойошмалар яуаплы буласаҡ. Геопарктарға инвестицияларын бүлеп, инфраструктура өсөн аҡса бирәсәк фирмаларға айырым ярҙам да буласаҡ. Тағы бер яңылыҡ. Хәҙер айырым ауылдарҙың айырым этноауылдар тигән исем алыуы ла бар. Тортатау геопаркы проектына 280  миллион һум кәрәк. Башҡарыласаҡ эштәрҙең береһе – шихандың түбәһенә тиклем экоһуҡмаҡ һалыу. Торатауҙы ЮНЕСКОның айырым һаҡланған биләмәләр исемлегенә индереү тураһындағы документты быйыл алырға тейештәр.Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығындағы көндәлек мәсьәләлр менән бер рәттән күп фатирлы йорттар, уларҙың подъездарын ремонтлау ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Ишек алды һәм биләмәләрҙе төҙөкләндереү ваҡытында тамамланырға тейеш, тип белдерҙе республика етәксеһе. Ҡыйыҡтарҙы ноябрь айында ремонтлау етди эш түгел. Быйыл аҡсаның наҡыҫыраҡ булыуы арҡаһында, яңыртыласаҡ подьездар һаны ла бер аҙ кәмейәсәк. Тик республика башлығы программаны артабан да дауам итеү кәрәклеген әйтте. Киләһе аҙнала Башҡортостан урман хужалыҡтарының береһендә Радий Хәбиров етәкселегендә махсус кәңәшмә үтәсәк. Был ултырыш  республика биләмәләрендә урман янғындарын иҫкәртеүгә бәйле. Янғындарға килгәндә, мәсьәлә үтә лә ҡатмарлы, тип иҫәпләй төбәк башлығы. КОВИД 19 Башҡортостандың көндәлек тормошонда үҙ һүҙен әйтһә лә, республика күләмле сараларҙан баш тартманы. 6-сы халыҡ-ара фольлориаданы өс йөҙ меңдән ашыу кеше сәхнә янында ҡараһа, телевидение һәм интернет каналдары аша ҡараусылар һаны 10  миллиондан ашҡан. Тамашалар менән бергә килгән ҡунаҡтарҙың фекерҙәре лә ҡыҙыҡлы.22 район-ҡала сәхнәһендә үткәрелгән 61  концертты әҙерләү, ғөмүмән, был форумды ойоштороу һәм уҙғарыуға 3 мең ярым кеше йәлеп ителгән.  

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Йылы көндәр оҙаҡҡа түгел | ГТРК «Башкортостан»

Йылы көндәр оҙаҡҡа түгел

Башҡортостанда йылы көндәр оҙаҡ тормай. Көндөҙ һауа температураһының 8 градустан юғары булыуы 26 сентябргә тиклем генә көтөлә. Был хаҡта Башгидрометүҙәктең рәсми сайтында хәбәр ителә. 23-26 сентябрҙә республикала көндәрҙең йылы тороуы күҙаллана. Тәүлектең уртаса температураһы +8,+10°, көн...

23 сентября 2021
Тағы ла бер ҡала мәктәптәре дистанцион уҡытыуға күсә | ГТРК «Башкортостан»

Тағы ла бер ҡала мәктәптәре дистанцион уҡытыуға күсә

Башҡортостанда 12 төбәктә мәктәп уҡыусылары өйҙән тороп уҡыу тәртибенә күскәйне. Ошондай уҡ ҡарарҙы Күмертау муниципалитеты ла ҡабул итте. 27 сентябрҙән был ҡала мәктәптәренең 5,6,7,8,10 класс уҡыусылары ситтән тороп уҡый башлай.   Өйҙән генә белем алыуға күсеү тураһындағы ҡарар ҡала...

23 сентября 2021
Оҫталарҙы “Тамға” саҡыра | ГТРК «Башкортостан»

Оҫталарҙы “Тамға” саҡыра

Республика халыҡ ижады үҙәге башҡорт халыҡ костюмы оҫталары араһында икенсе халыҡ-ара конкурс иғлан итте. “Тамға” бәйгеһендә милли кейем тегеүселәр, костюм буйынса рәссамдар, дизайнерҙар, йүнәлеш буйынса һөнәр алған 16 йәштән өлкән студенттар ҡатнаша ала.     Ғаризалар беренсе...

23 сентября 2021
Социаль селтәрҙән янау | ГТРК «Башкортостан»

Социаль селтәрҙән янау

Башҡортостандың башҡалаһында йәшәгәндәргә танылған социаль селтәр аша янаулы видео һалалар. Бер нисә аккаунттан “Өфө атыу көт... Мин һеҙгә киләм...” тигән һүҙҙәр яҙылған видеоролик тарататылған. Администраторҙар яҙманы ҡамап тора, тик ваҡыт үтеү менән ул башҡа медиа биттәрҙә тағы барлыҡҡа килә....

23 сентября 2021
Смотреть видео Күңелдә шом, ә кеҫәлә глюкометр | ГТРК «Башкортостан»

Күңелдә шом, ә кеҫәлә глюкометр

Йүгереп уйнар, бейер, рәхәтләнеп урамда йөрөр урынға ҡәтғи режим, дарыуҙар, һыҙланыуҙар. Киләһе сюжет геройҙары мәрхәмәтле тамашасыларыбыҙ ярҙамына мохтаж. Иглиндән апалы ҡустылы Әлибаевтар тураһында Ләйсән Тимербулатова репортажы. Күңелдә шом, ә кеҫәлә глюкометр. Иглиндә йәшәүсе Айгөл Әлибаева...

23 сентября 2021
Смотреть видео Һөйгәне өсөн кеше үлтерергә лә риза | ГТРК «Башкортостан»

Һөйгәне өсөн кеше үлтерергә лә риза

 Евгений Кожевников хәҙер һөйәркәһе менән суд алдында яуап бирә. Быға тиклем ул күп һүҙле булһа, хәҙер “ләм-мим”. Кеше алдында төрмә йә ирекме тигән һайлау торһа, әҙәм балаһы, әлбиттә, мотлаҡ һуңғыһын һайлаясаҡ.  Шуға ла ла 55 йәшлек танышын үлтереүҙә ғәйепләнгән ир элекке мөхәббәтен...

23 сентября 2021
Смотреть видео Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе оператив штаб | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе оператив штаб

Йорттарҙа йылы тураһындағы бар борсоулы һорауҙарҙы хәҙер яңы колл-үҙәккә бирергә мөмкин. Уның телефоны (8347) 277-09-11. Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе ҡала оператив штабы эш башланы. Башҡалала 19 сентябрҙән балалар баҡсалары менән мәктәптәргә йылы бирелә башланы, сиратта дауаханалар һәм башҡа социаль...

23 сентября 2021
Смотреть видео Ҡышҡылыҡҡа йылыһыҙ | ГТРК «Башкортостан»

Ҡышҡылыҡҡа йылыһыҙ

Өфө ҡалаһында күп фатирлы йорттарҙың береһе ҡышҡылыҡҡа йылыһыҙ ҡалыуы ихтимал. Йорт хужалары әле йылы кейем һәм йылытҡыстар һатып алырға мәжбүр. Флүрә Рәхимова өсөнсө йыл рәттән көндәр һыуытыу менән  өйҙә быйма һәм йылы йөн ойоҡтарҙа йөрөргә мәжбүр. Фатирҙа бөтөнләй йылытыу системаһы эшләмәй...

23 сентября 2021
Смотреть видео Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына һанаулы ғына көндәр ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына һанаулы ғына көндәр ҡала

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына тиклем һанаулы ғына көндәр ҡала. Быйыл ул 15 октябрҙән 14 ноябрға тиклем бара. Киләсәкте булдырабыҙ! Рәсәйҙә башҡарыласаҡ мөһим кампания ораны башҡортса тап шулай яңғырай. 15 октябрҙән алып бер ай дауамында, Рәсәйҙә даими йәшәгән халыҡ иҫәп алыусылар биргән...

23 сентября 2021
Смотреть видео Уҡыусылар ике аҙнаға дистанцион уҡыуға күсерелә | ГТРК «Башкортостан»

Уҡыусылар ике аҙнаға дистанцион уҡыуға күсерелә

Республиканың 12 районында 5-8-се һәм 10-сы класс уҡыусылары ике аҙнаға дистанцион уҡыуға күсерелә. Был Башҡортостанда коронавирус таралыуға бәйле. Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 18 кеше коронавирустан һәләк булған. Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 333 кеше...

23 сентября 2021
Яндекс.Метрика