Туристик кешбэк | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Туристик кешбэк

Фольклориадала ҡатнашыусылар үҙ илдәренә ҡайтҡас, әлбиттә, Башҡортостандың туристик мөмкинлектәре тураһында һөйләйәсәк. Туристар йәлеп итеү йәһәтенән Республикала әле төрлө программаллар эшләй. Уларҙың береһе-туристик кешбэк.  Уның ярҙамында йәйге лагерҙарға юллама хаҡының 80% кире ҡайтарырға мөмкин. Үҙенсәлекле программа шулай уҡ шифаханаларға ла ҡағыла. Үткән йыл пандемия сәбәпле лагерҙарҙа йәйге ял бөтөнләй ойошторолманы. Быйылғы йәйҙе балалар ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Резеда Нурлыева балалар лагерында быйыл беренсе тапҡыр ял иткән. Киләһе йылда тағы барғым килә, ти буласаҡ рәссам. Сығымды компенсациялау өсөн лагерға юллама хаҡының мирпутешествий.рф сайтында лояль түләүҙәр системаһы программаһында теркәлгән “Мир” картаһы менән генә түләнеүе шарт. Бер балаға сәфәр һаны сикләнмәй, бер нисә балалы ғаиләләргә һатып алынған һәр юллама хаҡының 80% тиклемен ҡайтарырға була. Федераль программаға ярашлы, 31 августка тиклем балалар лагерҙарына алынған юллама хаҡынының 50% кире ҡайтарырға мөмкин. Бынан тыш, тағы ла 30%-ын республика бюджеты ҡайтара. Башҡортостанда балалар туристик кешбэгы федераль программаһында 54 лагерь ҡатнаша.Үҙенсәлекле программа шулай уҡ шифаханаларға ла ҡағыла. Ял итеүселәр юлламанан 20 процентын кире ҡайтара ала. Башҡортостанда 2010 йылдан алып уҡ балалар юлламаларын һатып алыуға ташламалы программалар ғәмәлдә. Был, тәү сиратта, төбәктә эске туризымды үҫтереүгә ҙур этәргес бирә.

Подпишитесь на наш Telegram-канал


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Йылы көндәр оҙаҡҡа түгел | ГТРК «Башкортостан»

Йылы көндәр оҙаҡҡа түгел

Башҡортостанда йылы көндәр оҙаҡ тормай. Көндөҙ һауа температураһының 8 градустан юғары булыуы 26 сентябргә тиклем генә көтөлә. Был хаҡта Башгидрометүҙәктең рәсми сайтында хәбәр ителә. 23-26 сентябрҙә республикала көндәрҙең йылы тороуы күҙаллана. Тәүлектең уртаса температураһы +8,+10°, көн...

23 сентября 2021
Тағы ла бер ҡала мәктәптәре дистанцион уҡытыуға күсә | ГТРК «Башкортостан»

Тағы ла бер ҡала мәктәптәре дистанцион уҡытыуға күсә

Башҡортостанда 12 төбәктә мәктәп уҡыусылары өйҙән тороп уҡыу тәртибенә күскәйне. Ошондай уҡ ҡарарҙы Күмертау муниципалитеты ла ҡабул итте. 27 сентябрҙән был ҡала мәктәптәренең 5,6,7,8,10 класс уҡыусылары ситтән тороп уҡый башлай.   Өйҙән генә белем алыуға күсеү тураһындағы ҡарар ҡала...

23 сентября 2021
Оҫталарҙы “Тамға” саҡыра | ГТРК «Башкортостан»

Оҫталарҙы “Тамға” саҡыра

Республика халыҡ ижады үҙәге башҡорт халыҡ костюмы оҫталары араһында икенсе халыҡ-ара конкурс иғлан итте. “Тамға” бәйгеһендә милли кейем тегеүселәр, костюм буйынса рәссамдар, дизайнерҙар, йүнәлеш буйынса һөнәр алған 16 йәштән өлкән студенттар ҡатнаша ала.     Ғаризалар беренсе...

23 сентября 2021
Социаль селтәрҙән янау | ГТРК «Башкортостан»

Социаль селтәрҙән янау

Башҡортостандың башҡалаһында йәшәгәндәргә танылған социаль селтәр аша янаулы видео һалалар. Бер нисә аккаунттан “Өфө атыу көт... Мин һеҙгә киләм...” тигән һүҙҙәр яҙылған видеоролик тарататылған. Администраторҙар яҙманы ҡамап тора, тик ваҡыт үтеү менән ул башҡа медиа биттәрҙә тағы барлыҡҡа килә....

23 сентября 2021
Смотреть видео Күңелдә шом, ә кеҫәлә глюкометр | ГТРК «Башкортостан»

Күңелдә шом, ә кеҫәлә глюкометр

Йүгереп уйнар, бейер, рәхәтләнеп урамда йөрөр урынға ҡәтғи режим, дарыуҙар, һыҙланыуҙар. Киләһе сюжет геройҙары мәрхәмәтле тамашасыларыбыҙ ярҙамына мохтаж. Иглиндән апалы ҡустылы Әлибаевтар тураһында Ләйсән Тимербулатова репортажы. Күңелдә шом, ә кеҫәлә глюкометр. Иглиндә йәшәүсе Айгөл Әлибаева...

23 сентября 2021
Смотреть видео Һөйгәне өсөн кеше үлтерергә лә риза | ГТРК «Башкортостан»

Һөйгәне өсөн кеше үлтерергә лә риза

 Евгений Кожевников хәҙер һөйәркәһе менән суд алдында яуап бирә. Быға тиклем ул күп һүҙле булһа, хәҙер “ләм-мим”. Кеше алдында төрмә йә ирекме тигән һайлау торһа, әҙәм балаһы, әлбиттә, мотлаҡ һуңғыһын һайлаясаҡ.  Шуға ла ла 55 йәшлек танышын үлтереүҙә ғәйепләнгән ир элекке мөхәббәтен...

23 сентября 2021
Смотреть видео Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе оператив штаб | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе оператив штаб

Йорттарҙа йылы тураһындағы бар борсоулы һорауҙарҙы хәҙер яңы колл-үҙәккә бирергә мөмкин. Уның телефоны (8347) 277-09-11. Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе ҡала оператив штабы эш башланы. Башҡалала 19 сентябрҙән балалар баҡсалары менән мәктәптәргә йылы бирелә башланы, сиратта дауаханалар һәм башҡа социаль...

23 сентября 2021
Смотреть видео Ҡышҡылыҡҡа йылыһыҙ | ГТРК «Башкортостан»

Ҡышҡылыҡҡа йылыһыҙ

Өфө ҡалаһында күп фатирлы йорттарҙың береһе ҡышҡылыҡҡа йылыһыҙ ҡалыуы ихтимал. Йорт хужалары әле йылы кейем һәм йылытҡыстар һатып алырға мәжбүр. Флүрә Рәхимова өсөнсө йыл рәттән көндәр һыуытыу менән  өйҙә быйма һәм йылы йөн ойоҡтарҙа йөрөргә мәжбүр. Фатирҙа бөтөнләй йылытыу системаһы эшләмәй...

23 сентября 2021
Смотреть видео Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына һанаулы ғына көндәр ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына һанаулы ғына көндәр ҡала

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына тиклем һанаулы ғына көндәр ҡала. Быйыл ул 15 октябрҙән 14 ноябрға тиклем бара. Киләсәкте булдырабыҙ! Рәсәйҙә башҡарыласаҡ мөһим кампания ораны башҡортса тап шулай яңғырай. 15 октябрҙән алып бер ай дауамында, Рәсәйҙә даими йәшәгән халыҡ иҫәп алыусылар биргән...

23 сентября 2021
Смотреть видео Уҡыусылар ике аҙнаға дистанцион уҡыуға күсерелә | ГТРК «Башкортостан»

Уҡыусылар ике аҙнаға дистанцион уҡыуға күсерелә

Республиканың 12 районында 5-8-се һәм 10-сы класс уҡыусылары ике аҙнаға дистанцион уҡыуға күсерелә. Был Башҡортостанда коронавирус таралыуға бәйле. Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 18 кеше коронавирустан һәләк булған. Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 333 кеше...

23 сентября 2021
Яндекс.Метрика