Радий Хәбиров Берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл йыйған уҡыусылар менән осрашты | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Радий Хәбиров Берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл йыйған уҡыусылар менән осрашты

Республика  йортонда Башҡортостан  башлығы  Радий Хәбиров Берҙәм дәүләт имтихандарында  100 балл йыйған  уҡыусылар менән осрашты.  Төбәк етәксеһе иң юғары балды бер-нисә фәндән  йыйыусы үҫмерҙәргә  рәхмәт хаттарын  тапшырҙы. Ҡалған сығарылыш уҡыусылары менән осрашыу онлайн рәүешендә барҙы. Сарала шулай уҡ  Мәғариф министры Айбулат Хажин да ҡатнашты.  Быйыл республика буйынса 104  уҡыусы Берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл йыйыуға өлгәшкән. Уларҙың бишәүһе  -   иң юғары балды бер-нисә фәндән  йыйған.    Төбәк башлығы  сығарылыш уҡыусыларын юғары уңыштарға өлгәшеүҙәре менән ҡотланы һәм ниндәй уҡыу йортон һайлауға ҡарамаҫтан,  киләсәктә тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуҙарына  үҙ  өмөтөн белдерҙе. Билдәле булыуынса, Башҡортостан Башлығы  100 балл алған һәм  Евразия фәнни-белем биреү үҙәгендә  ҡатнашыусы республика  вуздарына уҡырға ингән абитуриенттарға 150 мең һум аҡса биреү тураһында указға ҡул ҡуйғайны.  Йәштәрҙең 40 проценттан ашыуы Өфө вуздарына уҡырға инергә теләй.  Ҡалғандары    Мәскәү, Санкт-Петербург , Ҡазан,  Екатеринбург ҡалаларын һайлаған.

Подпишитесь на нас в Пульс


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Йылы көндәр оҙаҡҡа түгел | ГТРК «Башкортостан»

Йылы көндәр оҙаҡҡа түгел

Башҡортостанда йылы көндәр оҙаҡ тормай. Көндөҙ һауа температураһының 8 градустан юғары булыуы 26 сентябргә тиклем генә көтөлә. Был хаҡта Башгидрометүҙәктең рәсми сайтында хәбәр ителә. 23-26 сентябрҙә республикала көндәрҙең йылы тороуы күҙаллана. Тәүлектең уртаса температураһы +8,+10°, көн...

23 сентября 2021
Тағы ла бер ҡала мәктәптәре дистанцион уҡытыуға күсә | ГТРК «Башкортостан»

Тағы ла бер ҡала мәктәптәре дистанцион уҡытыуға күсә

Башҡортостанда 12 төбәктә мәктәп уҡыусылары өйҙән тороп уҡыу тәртибенә күскәйне. Ошондай уҡ ҡарарҙы Күмертау муниципалитеты ла ҡабул итте. 27 сентябрҙән был ҡала мәктәптәренең 5,6,7,8,10 класс уҡыусылары ситтән тороп уҡый башлай.   Өйҙән генә белем алыуға күсеү тураһындағы ҡарар ҡала...

23 сентября 2021
Оҫталарҙы “Тамға” саҡыра | ГТРК «Башкортостан»

Оҫталарҙы “Тамға” саҡыра

Республика халыҡ ижады үҙәге башҡорт халыҡ костюмы оҫталары араһында икенсе халыҡ-ара конкурс иғлан итте. “Тамға” бәйгеһендә милли кейем тегеүселәр, костюм буйынса рәссамдар, дизайнерҙар, йүнәлеш буйынса һөнәр алған 16 йәштән өлкән студенттар ҡатнаша ала.     Ғаризалар беренсе...

23 сентября 2021
Социаль селтәрҙән янау | ГТРК «Башкортостан»

Социаль селтәрҙән янау

Башҡортостандың башҡалаһында йәшәгәндәргә танылған социаль селтәр аша янаулы видео һалалар. Бер нисә аккаунттан “Өфө атыу көт... Мин һеҙгә киләм...” тигән һүҙҙәр яҙылған видеоролик тарататылған. Администраторҙар яҙманы ҡамап тора, тик ваҡыт үтеү менән ул башҡа медиа биттәрҙә тағы барлыҡҡа килә....

23 сентября 2021
Смотреть видео Күңелдә шом, ә кеҫәлә глюкометр | ГТРК «Башкортостан»

Күңелдә шом, ә кеҫәлә глюкометр

Йүгереп уйнар, бейер, рәхәтләнеп урамда йөрөр урынға ҡәтғи режим, дарыуҙар, һыҙланыуҙар. Киләһе сюжет геройҙары мәрхәмәтле тамашасыларыбыҙ ярҙамына мохтаж. Иглиндән апалы ҡустылы Әлибаевтар тураһында Ләйсән Тимербулатова репортажы. Күңелдә шом, ә кеҫәлә глюкометр. Иглиндә йәшәүсе Айгөл Әлибаева...

23 сентября 2021
Смотреть видео Һөйгәне өсөн кеше үлтерергә лә риза | ГТРК «Башкортостан»

Һөйгәне өсөн кеше үлтерергә лә риза

 Евгений Кожевников хәҙер һөйәркәһе менән суд алдында яуап бирә. Быға тиклем ул күп һүҙле булһа, хәҙер “ләм-мим”. Кеше алдында төрмә йә ирекме тигән һайлау торһа, әҙәм балаһы, әлбиттә, мотлаҡ һуңғыһын һайлаясаҡ.  Шуға ла ла 55 йәшлек танышын үлтереүҙә ғәйепләнгән ир элекке мөхәббәтен...

23 сентября 2021
Смотреть видео Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе оператив штаб | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе оператив штаб

Йорттарҙа йылы тураһындағы бар борсоулы һорауҙарҙы хәҙер яңы колл-үҙәккә бирергә мөмкин. Уның телефоны (8347) 277-09-11. Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе ҡала оператив штабы эш башланы. Башҡалала 19 сентябрҙән балалар баҡсалары менән мәктәптәргә йылы бирелә башланы, сиратта дауаханалар һәм башҡа социаль...

23 сентября 2021
Смотреть видео Ҡышҡылыҡҡа йылыһыҙ | ГТРК «Башкортостан»

Ҡышҡылыҡҡа йылыһыҙ

Өфө ҡалаһында күп фатирлы йорттарҙың береһе ҡышҡылыҡҡа йылыһыҙ ҡалыуы ихтимал. Йорт хужалары әле йылы кейем һәм йылытҡыстар һатып алырға мәжбүр. Флүрә Рәхимова өсөнсө йыл рәттән көндәр һыуытыу менән  өйҙә быйма һәм йылы йөн ойоҡтарҙа йөрөргә мәжбүр. Фатирҙа бөтөнләй йылытыу системаһы эшләмәй...

23 сентября 2021
Смотреть видео Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына һанаулы ғына көндәр ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына һанаулы ғына көндәр ҡала

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына тиклем һанаулы ғына көндәр ҡала. Быйыл ул 15 октябрҙән 14 ноябрға тиклем бара. Киләсәкте булдырабыҙ! Рәсәйҙә башҡарыласаҡ мөһим кампания ораны башҡортса тап шулай яңғырай. 15 октябрҙән алып бер ай дауамында, Рәсәйҙә даими йәшәгән халыҡ иҫәп алыусылар биргән...

23 сентября 2021
Смотреть видео Уҡыусылар ике аҙнаға дистанцион уҡыуға күсерелә | ГТРК «Башкортостан»

Уҡыусылар ике аҙнаға дистанцион уҡыуға күсерелә

Республиканың 12 районында 5-8-се һәм 10-сы класс уҡыусылары ике аҙнаға дистанцион уҡыуға күсерелә. Был Башҡортостанда коронавирус таралыуға бәйле. Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 18 кеше коронавирустан һәләк булған. Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 333 кеше...

23 сентября 2021
Яндекс.Метрика