Өфөлё вакцина эшләтеүселёр араһында лотерея уйнатыла башланы | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Өфөлё вакцина эшләтеүселёр араһында лотерея уйнатыла башланы

Өфө ойошмаларында вакцина эшләтеүсе хеҙмәткәрҙәр араһында лотерея уйнатыла башланы. Прививка эшләтеүселәр һаны күбәйҙе, ти предприятие етәкселәре. Эшселәр бындай лотереяға нисек ҡарай? Геофизик приборҙар эшләү предприятиеһында 225 эшсе иҫәпләнә. Шуларҙың 111-е ошо айҙарҙа коронавирустан прививка яһатҡан. Ойошма вәкилдәре вакцина эшләтеүселәр араһында лотерея уйнатҡан. Ошо предприятиела 14 йыл токарь булып хеҙмәт итеүсе Анатолий Афанасьев еңеүсе булып сыҡты. Аҡса оторон ул һис көтмәгән. Бөтәһе 12 еңеүсе. Беренсе урынға -10 мең һум, икенсеһенә-5000, ә ҡалған 10 еңеүсегә  1000-шәр һум премия. Вакцина эшләткән хеҙмәткәрҙәр араһында лотерея уйнатҡан ойошмалар бихисап. Был предприятие етәкселеге, мәҫәлән,  1 августҡа тиклем прививка яһатҡан һәр эшсегә 10 мең һум аҡса бирергә хәл иткән.Эшселәргә уңайлы булһын өсөн ойошмала ваҡытлыса вакцина эшләтеү пункты булдырыла. Сират күп. Илья Мальков, мәҫәлән, коронавирус менән ике тапҡыр ауырыған. Уға ил буйлап командировкала йөрөргә тура килә. Шуға ла ул вакцинаға ҡаршы түгел.Нефть химияһы продукттарын эшкәртеү институтында ла вакцина көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе.Прививка яһатыу мөмкинлеге тураһында урында эшләүсе һәр хеҙмәткәргә телефон аша хәбәр ителә. Әле эшселәрҙең 40 проценты вакцина яһатҡан.Предприятиеларҙа вакцина эшләтергә теләмәүселәр ҙә, әлбиттә, юҡ түгел. Мәғлүмәттәр буйынса, әле республикала вакцинаның тәүге компоненты 739 мең кешегә эшләнгән. 420 мең кеше ике компонентын да яһатҡан. Коронаривсутан прививка эшләтеү буйынса Башҡортостан ил буйынса 9 урында килә.

Подпишитесь на нас в Пульс


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Коронавирус тағы ла 315 кешелә табылған | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус тағы ла 315 кешелә табылған

Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 315 кеше коронавирус инфекцияһын йоҡторған. 16 кеше сирҙән арына алмай вафат булған. Әлегә дауаханаларҙа 737 пациент дауа ала, улаҙың 54-те ауыр хәлдә. Республика халҡы прививканы әүҙемерәк яһата башлаған. Ковидтан вакцинаны бер миллион йөҙ егерме меңдән...

17 сентября 2021
Махсус һайлау участкалары етәү | ГТРК «Башкортостан»

Махсус һайлау участкалары етәү

Башҡортостанда хәрәкәте сикле граждандар өсөн махсуслаштырылған ете һайлау участкаһы асыҡ. Республикала Рәсәй Дәүләт Думаһына һайлауҙа сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән 240 меңгә яҡын һайлаусы ҡатнаша. Шуларҙың 8 меңдән ашыуының күреү һәләте зәғиф. Уларҙың үҙ өйөндә тауыш бирергә хоҡуғы...

17 сентября 2021
Ялдар һыуыҡ һәм ҡарлы ямғыр алып килә | ГТРК «Башкортостан»

Ялдар һыуыҡ һәм ҡарлы ямғыр алып килә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы республика биләмәһендә өс градусҡаса һалҡынайтып ҡырау төшә, ямғыр һәм ҡар яуа, тип иҫкәртә. Был хәл 18 сентябрь төнөн һәм иртән көтөлә. Синоптиктар хәбәр итеүенсә киләһе тәүлектәрҙә көндөң болотло булыуы күҙаллана. Төндә урыны менән бер...

17 сентября 2021
Йәрминкәләр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Йәрминкәләр көтөлә

Өфөлә киләһе ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола. Фермерҙар һәм шәхси хужалыҡтар етештергән саф ризыҡтарҙы Дим районындағы Хәҡиҡәт урамында, Киров районындағы Эшсе хәбәрселәр урамында, Октябрь районында Спорт һарайы ҡаршыһындағы майҙанда шулай уҡ Бересе май урамында Орджоникидзе...

17 сентября 2021
Смотреть видео Беҙҙең ғорурлыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Беҙҙең ғорурлыҡ

Республика башлығы Токиолағы паралимпия уйындарында ҡатнашыусы спортыларҙың бер төркөмөнә һәм уларҙың тренерҙарына дәүләт наградаларын тапшырҙы. Радий Хәбиров  тантанала ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе һәм паралимпия спортсылары өсөн киләсәктә Башҡортостанда уңайлы шарттар  тыуҙырыласағы...

17 сентября 2021
Смотреть видео Башҡортостанда “Айыҡ ауыл“ конкурсы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл“ конкурсы башланды

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл“ конкурсы старт ала. Республика Хөкүмәтендә Ойоштороу комитетының тәүге утырышы үтте.  Быйыл ярышҡа республика ауылдарының 50 проценты ҡушылыр тигән өмөт бағлана. Конкурсты ойоштороусылар - Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау,...

17 сентября 2021
Смотреть видео Өфөләге тоннелдең ваҡытынан алда сафҡа индерелеүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Өфөләге тоннелдең ваҡытынан алда сафҡа индерелеүе ихтимал

Өфөләге тоннель менән көнбайышҡа сығыу юлын ваҡытынан алда сафҡа индереүҙәре ихтимал. Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың иң күләмле инфраструктура объектында эштәр барышы менән танышты. Әле буласаҡ юлдың Федоровка-Шаҡша трассаһы менән киҫелешендә ваҡытлыса юл һалыу тамамланған....

17 сентября 2021
Тауыш бир ҙә “Рәхмәт”ле  беләҙек ал | ГТРК «Башкортостан»

Тауыш бир ҙә “Рәхмәт”ле беләҙек ал

Башҡортостандың башҡалаһында һайлау көндәрендә “Рәхмәт” акцияһы иғлан ителде. Һайлау участкаһына килеп тауыш биргән һәр кем бүләккә махсус беләҙек алып тауар һәм хеҙмәттәргә ташламанан файҙалана ала. Өфөлә акцияның партнерҙары 300-ҙән ашыу. Республика ҡала райондарында акцияға 40-тан 70-кә тиклем...

17 сентября 2021
Смотреть видео Радий Хәбиров талап итә | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров талап итә

Радий Хәбиров Белоретта рессоралар заводын асыу тантанаһында  ҡатнашты. “Рессора” фәнни-етештереү предприятеһы бары бер йыл элек кенә өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгәйне. Заводтың планлаштырылған ҡеүәте – йылына 14 мең тонна тауар етештереү. Йөҙгә яҡын яңы эш урыны,...

17 сентября 2021
Смотреть видео Башҡортостанда барлыҡ һайлау участкалары иртәнге һигеҙҙә асылды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда барлыҡ һайлау участкалары иртәнге һигеҙҙә асылды

Ҡанунда ҡаралғанса, бөгөн Башҡортостанда барлыҡ һайлау участкалары иртәнге һигеҙҙә асылды. Башҡортостанда 3 миллиондан ашыуыраҡ кешенең һайлау хоҡуғы бар. Республика Үҙәк һайлау комиссияһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин эшләй. Ул беҙҙең студия менән тура бәйләнешкә сыға.  Ғәлимйән, был...

17 сентября 2021
Яндекс.Метрика