Өфөлә округтағы иң ҙур вакцинация үҙәге асылды | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Өфөлә округтағы иң ҙур вакцинация үҙәге асылды

Сәғәт иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем 10 табип бригадаһы көнөнә мең ярымға яҡын прививка яһау маҡсатын бойомға ашыра. Өфөлә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур вакцинация үҙәге асылды. Флорида ханым Өфөнөң Черниковка биҫтәһенән “Торатау” Конгресс-Холына иртүк килеп еткән. Бында вакцинация үҙәге асылырын кистән Рәсәй телеканалы яңылыҡтарынан белдек, ти. Йоғошло сирҙән прививка яһатырға иһә үҙе ҡарар иткән.Үҙәктә эш яйлы ойошторолған. Прививка яһатырға килгәндәрҙе ирекмәндәр ҡаршы алып, ризалыҡ документтарын тултыртҡас, белгестәр майҙанына оҙата. Бында һәр кем табип тикшереүен үтә. Һаулыҡ күрһәткестәре ентекләп ҡарала.  Барыһын да вакцинациялау, тигән өндәү юҡ. Беҙгә таныш Флорида Ғәйфулла ҡыҙына, мәҫәлән, прививка яһауҙы кисектереп торҙолар.Прививка яһатҡандар иһә артабан махсус майҙансыҡҡа оҙатыла. Уларҙың ярты сәғәт буйына табип ҡарамағында ҡалып хәлен күҙәтеүе үтенелә. Йәштәрҙең күбеһе, үҙен яҡшы тойоуына һылтанып, эш көнөн дауам итергә ашыға.Вакцинация үҙәгендәге шарттар прививка яһатыусылар ғына түгел табиптар өсөн дә уңайлы. Биләмәләр билдәләнгән, смена асыҡланған, бурыстар ҡуйылған.Волга буйы федераль округында әлегә иң ҙур вакцинация үҙәгендә асылған тәүге сәғәттә үк 50-нән ашыу кешегә прививка яһалған. Быны төбәктә мәғлүмәт таралыу тиҙлегенә лә, халыҡтың аңлы ҡарашына ла, кампания барышында ойошторолған махсус акцияларға ла бәйләргә мөмкин. “Торатау” конгресс-холында 14 илдән 28 авгусҡа тиклем привика яһатҡандар Башҡортостан шифаханаларына юллама ота ала. Бындай юлламарҙың һаны 89, улар  ике аҙналыҡ һаулыҡ тергеҙеү курсын күҙ уңында тота. Путевка отор өсөн прививка яһатҡандан һуң уникаль код алып “Сәләмәт Өфө” сайтында теркәлергә кәрәк.Отоштар иһә өс этапта муниципаль телеканалдарҙың береһенең тура эфирында уйнатыла. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы ҡыҙыу линия телефоны аша бирергә мөмкин.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Коронавирус тағы ла 315 кешелә табылған | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус тағы ла 315 кешелә табылған

Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 315 кеше коронавирус инфекцияһын йоҡторған. 16 кеше сирҙән арына алмай вафат булған. Әлегә дауаханаларҙа 737 пациент дауа ала, улаҙың 54-те ауыр хәлдә. Республика халҡы прививканы әүҙемерәк яһата башлаған. Ковидтан вакцинаны бер миллион йөҙ егерме меңдән...

17 сентября 2021
Махсус һайлау участкалары етәү | ГТРК «Башкортостан»

Махсус һайлау участкалары етәү

Башҡортостанда хәрәкәте сикле граждандар өсөн махсуслаштырылған ете һайлау участкаһы асыҡ. Республикала Рәсәй Дәүләт Думаһына һайлауҙа сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән 240 меңгә яҡын һайлаусы ҡатнаша. Шуларҙың 8 меңдән ашыуының күреү һәләте зәғиф. Уларҙың үҙ өйөндә тауыш бирергә хоҡуғы...

17 сентября 2021
Ялдар һыуыҡ һәм ҡарлы ямғыр алып килә | ГТРК «Башкортостан»

Ялдар һыуыҡ һәм ҡарлы ямғыр алып килә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы республика биләмәһендә өс градусҡаса һалҡынайтып ҡырау төшә, ямғыр һәм ҡар яуа, тип иҫкәртә. Был хәл 18 сентябрь төнөн һәм иртән көтөлә. Синоптиктар хәбәр итеүенсә киләһе тәүлектәрҙә көндөң болотло булыуы күҙаллана. Төндә урыны менән бер...

17 сентября 2021
Йәрминкәләр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Йәрминкәләр көтөлә

Өфөлә киләһе ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола. Фермерҙар һәм шәхси хужалыҡтар етештергән саф ризыҡтарҙы Дим районындағы Хәҡиҡәт урамында, Киров районындағы Эшсе хәбәрселәр урамында, Октябрь районында Спорт һарайы ҡаршыһындағы майҙанда шулай уҡ Бересе май урамында Орджоникидзе...

17 сентября 2021
Смотреть видео Беҙҙең ғорурлыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Беҙҙең ғорурлыҡ

Республика башлығы Токиолағы паралимпия уйындарында ҡатнашыусы спортыларҙың бер төркөмөнә һәм уларҙың тренерҙарына дәүләт наградаларын тапшырҙы. Радий Хәбиров  тантанала ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе һәм паралимпия спортсылары өсөн киләсәктә Башҡортостанда уңайлы шарттар  тыуҙырыласағы...

17 сентября 2021
Смотреть видео Башҡортостанда “Айыҡ ауыл“ конкурсы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл“ конкурсы башланды

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл“ конкурсы старт ала. Республика Хөкүмәтендә Ойоштороу комитетының тәүге утырышы үтте.  Быйыл ярышҡа республика ауылдарының 50 проценты ҡушылыр тигән өмөт бағлана. Конкурсты ойоштороусылар - Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау,...

17 сентября 2021
Смотреть видео Өфөләге тоннелдең ваҡытынан алда сафҡа индерелеүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Өфөләге тоннелдең ваҡытынан алда сафҡа индерелеүе ихтимал

Өфөләге тоннель менән көнбайышҡа сығыу юлын ваҡытынан алда сафҡа индереүҙәре ихтимал. Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың иң күләмле инфраструктура объектында эштәр барышы менән танышты. Әле буласаҡ юлдың Федоровка-Шаҡша трассаһы менән киҫелешендә ваҡытлыса юл һалыу тамамланған....

17 сентября 2021
Тауыш бир ҙә “Рәхмәт”ле  беләҙек ал | ГТРК «Башкортостан»

Тауыш бир ҙә “Рәхмәт”ле беләҙек ал

Башҡортостандың башҡалаһында һайлау көндәрендә “Рәхмәт” акцияһы иғлан ителде. Һайлау участкаһына килеп тауыш биргән һәр кем бүләккә махсус беләҙек алып тауар һәм хеҙмәттәргә ташламанан файҙалана ала. Өфөлә акцияның партнерҙары 300-ҙән ашыу. Республика ҡала райондарында акцияға 40-тан 70-кә тиклем...

17 сентября 2021
Смотреть видео Радий Хәбиров талап итә | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров талап итә

Радий Хәбиров Белоретта рессоралар заводын асыу тантанаһында  ҡатнашты. “Рессора” фәнни-етештереү предприятеһы бары бер йыл элек кенә өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгәйне. Заводтың планлаштырылған ҡеүәте – йылына 14 мең тонна тауар етештереү. Йөҙгә яҡын яңы эш урыны,...

17 сентября 2021
Смотреть видео Башҡортостанда барлыҡ һайлау участкалары иртәнге һигеҙҙә асылды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда барлыҡ һайлау участкалары иртәнге һигеҙҙә асылды

Ҡанунда ҡаралғанса, бөгөн Башҡортостанда барлыҡ һайлау участкалары иртәнге һигеҙҙә асылды. Башҡортостанда 3 миллиондан ашыуыраҡ кешенең һайлау хоҡуғы бар. Республика Үҙәк һайлау комиссияһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин эшләй. Ул беҙҙең студия менән тура бәйләнешкә сыға.  Ғәлимйән, был...

17 сентября 2021
Яндекс.Метрика