Ҡорттар күпләп ҡырыла. Кем яуап бирер? | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Ҡорттар күпләп ҡырыла. Кем яуап бирер?

Стәрлетамаҡ районы йүнселдәре өсөнсө йыл рәттән балһыҙ ҙа, умартаһыҙ ҙа ҡалған. Баҫыуҙарҙы ағыу менән эшкәртәләр, ғәйеп урындағы предприятиела, ти халыҡ. Быны иҫбатлар өсөн былай ҙа зыян күргән умартасыларға хәҙер үҙ аҡсаларына анализ эшләтергә тура килә. Ни өсөн беҙ үҙ ҡулдарыбыҙ менән башҡорт ҡорттарын юҡ итәбеҙ? Уларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн берәй сара табылырмы? Вячеслав Ломоносов умартасылыҡ менән 1990-сы йылдарҙан алып шөғөлләнә. Быға тиклем бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуын күргәнем юҡ  ине, тип аптырай ул. Элек бер йыл эсендә өс тоннаға яҡын бал алһа, быйыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс килограммы ла булмаясаҡ. Стәрлетамаҡ районында бал ҡорттарының ҡырылыуын умартасылар бер быйыл ғына күҙәтмәй, был мәсьәлә 2019-сы йылдан алып килә. Уның сәбәбе лә билдәле-урындағы предприятие  эргә-тирәләге баҫыуҙарҙы махсус ағыу менән эшкәртә.  Мөнир Ҡотлошин да зыян күреүселәр исемлегендә. Умартаһын ҡарарға сыҡҡанда ҡорттарҙың ерҙә балаҫ кеүек ятыуын күреп шаҡ ҡата. Хәҙер иһә умарта тәрбиәләр урынына, уға көн һайын ерҙе үле бал ҡорттарынан таҙартырға тура килә. Стәрлетамаҡ районы Преображеновко ауылында ундан ашыу кеше умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Уларҙың бөтәһе лә быйыл балһыҙ тороп ҡалған. Ә бит ҡайһы берәүҙәр өсөн умартасылыҡ-берҙән-бер килем сығанағы. Һәр бер умартасы өсөн бал ҡорттары ғаилә ағзаһына тиң, шуға ла уларҙың кеше хатаһы арҡаһында күпләп ҡырылыуы ҙур юғалтыу булып һанала. Зыян күреүселәр кәрәкле инстанцияларға мөрәжәғәт итә, тик боҙ һаман урынынан ҡуҙғалмай. Күҙ йәштәрһеҙ быны һөйләп булмай, ти халыҡ.Баҫыуҙарҙы пестицид менән ағыулар алдынан предприятие вәкилдәре умартсалырҙы алдан иҫкәртергә тейеш булған. Тик бындай ҡағиҙәләр үтәлмәне, ти урындағы халыҡ. Бер яҡтан уңыш ҡоротҡостарын ағыуларға кәрәк, икенсе яҡтан бал ҡорттары ғына түгел, ә тәбиғәт тә зыян күрә. Ҡыйбатлы һәм сифатлы ағыуҙы ҡулланыу-әлегә берҙән-бер ысул, тине осрашыу барышында Стәрлетамаҡ районының баш агрономы. Бал ҡорттары, ысынлап та, ағыуҙан үлгәнме юҡмы икәнен иҫбатлар өсөн анализ үткәрергә кәрәк. Тик уны умартасылар үҙ аҡсаһына эшләргә тейеш.Йүнселдәр әйтеүенсә, ҡайһы бер умарталыҡтарҙа зыян күләме миллион һумдан ашып китә. Әле умартасылар судҡа мөрәжәғәт итергә йыйына. Быйыл Стәрлематаҡ районынан тыш, республиканың Ауырғазы, Йәрмәкәй, Шаран, Ғафури, Мәләүез райондарында ла ҡорттарҙың ҡырылыуы билдәле. Умартасылар әйтеүенсә, башҡорт балы Башҡортостандың  йөҙө. Улар  бер нисә йыл рәттән бал ҡорттарын күрәләтә ҡырыуҙы аңлап етмәй һәм тейешле органдар был мәсьәләгә мотлаҡ иғтибар итер, тигән ышаныс белдерә.

Подпишитесь на наш Telegram-канал


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

COVID-19 буйынса антирекорд | ГТРК «Башкортостан»

COVID-19 буйынса антирекорд

Башҡортостанда үткән тәүлектә 18 кеше коронавирус инфекцияһынан вафат булған. Мәрхүмдәр һаны пандемия башынан 1 457, шуларҙың 1 195-е алтмыш йәштән өлкән булған. 22 сентябрҙә алынған мәғлүмәттәр буйынса тәүлек эсендә 333 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы табылған.  

22 сентября 2021
Дистанцион уҡыуға күскән мәктәптәр һанының артыуы мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Дистанцион уҡыуға күскән мәктәптәр һанының артыуы мөмкин

Башҡортостандың Фән һәм мәғариф министры ситтән тороп уҡыу тәртибенә күскән мәктәптәрҙең күбәйеүе ихтимал, тигән фекерҙә.   «Белем биреү йорттарында ауырыған балалар һаны артһа муниципалитет оперштабтары министрлыҡ менән берлектә дистанцион уҡыу тәртибенә күсеү тураһында ҡарар ҡабул итеүе...

22 сентября 2021
300 уҡытыусы ауырый | ГТРК «Башкортостан»

300 уҡытыусы ауырый

Башҡортостанда 300 уҡытыусы коронавирус менән ауырый. Был хаҡта журналистарға Фән һәм мәғариф министры хәбәр итте.  Айбулат Хажин белдереүенсә, республика буйынса COVID-19 йоҡторған педагогтар һаны күп түгел, ә бына прививка яһатҡандар иҫәбе буйынса күрһәткес юғары. «36 мең педагогтың әле...

22 сентября 2021
Тирә яҡты йыйыштырайыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Тирә яҡты йыйыштырайыҡ

25 сентябрҙә Башҡортостан Бөтә донъя таҙалыҡ көнө,  #СДЕЛАЕМ2021 акцияһына ҡушыла. Республиканың экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, күләмле экология акцияһында донъяның 150 дәүләте һәм Рәсәйҙең 70 төбәге ҡатнашырға йыйына.   Башҡортостан ҡала һәм райондарының 700-ҙән ашыу...

22 сентября 2021
COVID-19 сәбәпле яңы сикләүҙәр  | ГТРК «Башкортостан»

COVID-19 сәбәпле яңы сикләүҙәр

Башҡортостанда коронавирус таралыу сәбәпле яңы сикләүҙәр  индерелә. 1 ноябргә тиклем тамашасыларҙың ябыҡ биналарҙа үткән спорт сараларына инеүе сикләнә. «Уфа-Арена», BetBoom Арена Һәм «Динамо» стадионында ҡәтғи санитар-эпидемиологик талаптар ҡуйыла. Был хаҡта Спорт министрлығы иҫкәртте....

22 сентября 2021
Смотреть видео «Гараж амнистияһы» тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде | ГТРК «Башкортостан»

«Гараж амнистияһы» тураһында федераль закон үҙ көсөнә инде

Хәҙер ябайлаштырылған формала гаражға һәм ошо биләмәгә хоҡуҡ алырға мөмкин. Росреестр мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 35 меңдән ашыу гаражға милек хоҡуғы теркәлмәгән. «Гараж амнистияһы» тураһында закон нисек үтәлә һәм уның кемдәр менән файҙалана ала. Инорс биҫтәһендәге «Водопад» гараж...

22 сентября 2021
Смотреть видео Ике фатир, сауна һәм бассейн | ГТРК «Башкортостан»

Ике фатир, сауна һәм бассейн

 Өфөлә бер йортта йәшәүселәр үҙ подвалдарында бер-нисә объект, хатта кешеләр йәшәүен асыҡлай һәм тикшереү башлай. Өфө шоссеһы урамында урынлашҡан 18–се һанлы күп ҡатлы йортта йәшәүселәр былтыр йылылыҡ, газ һәм ут өсөн хаҡтың ҡапыл артып китеүенә шаҡ ҡата. Урындағы халыҡ үҙҙәренсә “тикшереү...

22 сентября 2021
Смотреть видео Өфөлә оператив штаб эш башланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә оператив штаб эш башланы

Йорттарҙа йылы тураһындағы бар борсоулы һорауҙарҙы хәҙер яңы колл-үҙәккә бирергә мөмкин. Уның телефоны (8347) 277-09-11. Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе ҡала оператив штабы бөгөндән эш башлай. Ошо хаҡта мэрияла үткән оператив кәңәшмәлә хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Марат Ғәйфуллин белдерҙе....

22 сентября 2021
Смотреть видео Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 16 кеше коронавирустан һәләк булған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 16 кеше коронавирустан һәләк булған

Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, мәкерле сирҙе йоҡтороусылар ҙа арта. Табиптар ковид-19-ҙан прививка яһатыуҙы бер көнгә лә һуҙмаҫҡа саҡыра. Тик вакцина ғына коронавирустан ҡотҡара ала. Башҡортостанда әле 1 миллион 255 мең кеше вакцинаның беренсе компонентын алған, 1...

22 сентября 2021
Хөкүмәттә яңы вазифа | ГТРК «Башкортостан»

Хөкүмәттә яңы вазифа

Башҡортостан Хөкүмәтендә яңы вазифа – Республика башлығының Башҡортостанда ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре буйынса советнигы – барлыҡҡа килде. Төбәк етәксеһенең ошо хаҡта Указы Интернеттағы рәсми порталда 21 сентябрҙә баҫылған. Төбәктә ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлау вәкиле вазифаһына...

22 сентября 2021
Яндекс.Метрика