Был аҙнала йылы биреләсәк | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Был аҙнала йылы биреләсәк

Башҡортостан башлығының 8-се сентябрҙә республика халҡы менән әңгәмәһе һәм уның барышында ҡабул ителгән һорауҙарҙың барыһы ла иғтибарға алынып, хәл ителәсәк. Ошо турала Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Төбәк башлығы шулай уҡ ошондай осрашыуҙарҙың йыл һайын үткәреләсәге тураһында ла белдерҙе. Хәҙер инде көндәлек күренешкә әйләнгән корнавирус ашығыс саралар күрергә мәжбүр итә. КОВИД 19 сирен йоҡторғандар һаны 61 меңгә етте. Бөгөн 5 меңдән ашыу пациент амбулатор дауаланыу уҙһа, клиникаларҙағы урындарҙың 90  проценты тулы. Башҡортостан ҡалаларында иһә кесаҙнанан йылытыу миҙгеленә старт бирелеүе ихтимал. Кампанияның бер-нисә көнгә һуҙылыуы, йәки тотҡарланыуына һауа шарттары төп шарт буласаҡ. Республика уҙған аҙналағы иң мөһим форумдарҙың береһе – “Урал аръяғы 2021” инвестиция һабантуйы йомғаҡтарын барлай. Тағы бер мәғлүмәт. Сибайҙағы инвестиция форумында Башҡортостан 98 миллиард һумлыҡ килешеү төҙөгән. Радий Хәбиров Сибай менән Стәрлетамаҡ миҫалында “Башҡорт ихатаһы” проектын дауам итергә бойорҙо. Ҡаҙнала  аҡса сағыштырмаса наҡыҫ булһа ла, программа үҙен аҡланы. Башҡортостан электорат һаны буйынса Рәсәйҙә иң ҙур субьектарҙың береһе тип иҫәпләнә. Республикала бөгөнгә тауыш биреү хоҡуғына хаҡлы 3 миллиондан ашыу граждан бар. Һигеҙенсе саҡырылш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау менән бергә ҡалалар һәм райондар урындағы советтарға, ауыл хакмимиәттәренә вәкил тәғәйенләй.  Ә бына йома, шәмбе һәм йәкшәмбелә Башҡортостанда тауыш биреү өсөн 3  меңдән ашыу участка эшләй. Был аҙнанан Өфө яңы штаб эш башлай. Махсус үҙәк йылытыу миҙгеленә әҙерлек кенә түгел, ә көҙҙән яҙға тиклем коммуналь торлаҡ хужалығындағы хәлдәрҙе яйға һалырға тейеш. 4 канал аша тапшырылған һорауҙар йылылыҡ өсөн хаҡ, урамдарҙың таҙалығына бәйле буласаҡ. Тик граждандарҙы ҡабул итеү өсөн айырым урын һәм махсус бина кәрәк. Был Радий Хәбировтың шәхсән талабы. Республика подъездарҙы яңыртыу, парктарҙы төҙөкләндереү кеүек программаларҙы туҡтатырға тейеш түгел. Радий Хәбиров Ағиҙел аръяғындағы төҙөлөш проектына ла ышаныстың ҙур булыуын белдерҙе

Подпишитесь на нас в Пульс