Белем тауына үрләү, ысынлап та, ауыр икән | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Белем тауына үрләү, ысынлап та, ауыр икән

21-се быуатта ла уҡыусыларға  төрлө михнәттәр аша үтергә тура килә. Өфө Затонында йәшәүсе уҡыусыларҙың күбеһе мәктәпкә зыярат аша йөрөргә мәжбүр. Күп бала атаһы – Марк,  мөмкинлеге булған һайын кескәй ҡыҙҙарын уҡырға үҙе йөрөтә. Мәктәпкә урау юл менән барыу ҙа хәүефһеҙ түгел. Берәҙәк эттәр һағалап ҡына тора, етмәһә юл да яҡтыртылмай.Кузнецов Затонында йәшәүсе өсөнсө класс уҡыусыһы Денисты ла мәктәпкә әсәһе менән һеңлеһе оҙата. Туҡталышҡа тиклем барып, тағы ла егерме минут тирәһе 211-се маршрутты көтөргә кәрәк. Халыҡ күп булғанда автобустың туҡтамауы ла ихтимал. Пугачев урамындағы был  юл киҫелешендә, ҡайһы светофорға ҡарарға ла, юлдың ҡайһы яғынан үтергә лә белмәҫһең. Халыҡ та, транспорт та күп йөрөй. Балалар ҡатнашлығында авариялар ҙа йыш теркәлә. Был киҫелеште уңышлы ғына үтеп киткәндәр тағы ла бер ҡаршылыҡ менән осраша-текә тауға үрмәләргә кәрәк. Балалар тар ғына тротуарҙан үтергә, һуңынан тағы ла бер тапҡыр транспорт йөрөгән юл аша сығырға мәжбүр.Бер-нисә йыл элек беҙҙең хеҙмәттәштәребеҙ эшләгән сюжеттан һуң тауға менеү өсөн бына ошондай баҫҡыс ҡуйылған әлбиттә….. тик бында ла уҡыусы балаларын оҙата килгән йәш әсәләр транспорттарын ҡалдырып йөрөргә мәжбүр.8-се март урамындағы юл участкаһын 1 сентябрь асҡандар. Ремонттан һуң бында ике һыҙат урынына  алты юл һыҙаты барлыҡҡа килгән. Юл киңәйгәс транспорт та күбәйгән. Шуға ҡарамаҫтан, яҡын тирәлә йәшәгән уҡыусылар мәктәпкә тураға йөрөй. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан 16 йәшкәсә балалар ҡатнашлығында 300 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Статистика буйынса, һәр дүртенсе бала үҙенең иғтибарһыҙлығы арҡаһында күңелһеҙ хәлгә тарый.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Халыҡ ҡәнәғәтһеҙлек белдерер | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ ҡәнәғәтһеҙлек белдерер

Башҡортостанда 21 сентябрҙә йорттарға йылы бирә башлайҙар. Был хаҡта бөгөн оператив кәңәшмәлә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев хәбәр итте. Республиканың күпселек биләмәһендә дүртенсе тәүлек рәттән һауа температураһы +8 градустан түбән. «Шуға күрә...

3 часа 33 минуты назад
Көндәрҙе һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәрҙе һыуыта

21 сентябрҙә 6 градусҡа тиклем һалҡын буласаҡ. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы иҫкәртә. Синоптиктар хәбәр итеүенсә киләһе тәүлектәрҙә көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын, көндөҙ көньяҡ-көнсығыштан секундына...

4 часа 45 минут назад
Пермь крайында фажиғә | ГТРК «Башкортостан»

Пермь крайында фажиғә

Радий Хәбиров Пермь крайындағы фажиғә сәбәпле Хөкүмәт ағзаларына күрһәтмәләр бирҙе. Пермь университетында студенттарға ҡорал менән һөжүм иткәндәр. Фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажинға мөрәжәғәт итеп Радий Хәбиров, ҡаза күргәндәр тураһында мәғлүмәт алырға, уҡыу йорттарында хәүефһеҙлек тәьмин...

6 часов 52 минуты назад
Көн уртаһына бюллетендәрҙең 91 проценттан ашыуы эшкәртелгән  | ГТРК «Башкортостан»

Көн уртаһына бюллетендәрҙең 91 проценттан ашыуы эшкәртелгән

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә:“20 сентябрь көндөҙгө сәғәт ун икегә бюллетендәрҙең 91,27 процентын экәртеүгә өлгәшелде”, -  тип белдерҙе. Башҡортостан һайлаусыларының 72,88 проценты тауыш биргән. Фирҡә-лидерҙар - “Берҙәм...

7 часов 40 минут назад
Алты мең кеше сирләй | ГТРК «Башкортостан»

Алты мең кеше сирләй

Башҡортостанда үткән ял көндәрендә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 635-кә артҡан. Пандемия башынан был иң юғары күрһәткес. Әлеге ваҡытта алты меңдән ашыу кеше сир менән көрәшә. Республикала йәмғеһе 62 880 тапҡыр COVID-19 осрағы теркәлгән. 55 меңдән ашыу кеше һауыҡҡан. Бөгөнгә...

9 часов 11 минут назад
Лидер фирҡәләр билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

Лидер фирҡәләр билдәләнә

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы протоколдарҙың 60 процентын тикшергән. “Берҙәм Рәсәй” Дәүләт Думаһына һайлауҙа лидерлыҡты һаҡлай. Был фирҡә өсөн 20 сентябрь иртәһенә алынған иҫәпләүҙәр буйынса һайлаусыларҙың 47,16 проценты тауыш биргән. Икенсе урында КПРФ - 20,89%, өсөнсөлә ЛДПР - 7,9%. Лидерлыҡҡа...

9 часов 33 минуты назад
Коронавирус тағы ла 315 кешелә табылған | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус тағы ла 315 кешелә табылған

Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 315 кеше коронавирус инфекцияһын йоҡторған. 16 кеше сирҙән арына алмай вафат булған. Әлегә дауаханаларҙа 737 пациент дауа ала, улаҙың 54-те ауыр хәлдә. Республика халҡы прививканы әүҙемерәк яһата башлаған. Ковидтан вакцинаны бер миллион йөҙ егерме меңдән...

17 сентября 2021
Махсус һайлау участкалары етәү | ГТРК «Башкортостан»

Махсус һайлау участкалары етәү

Башҡортостанда хәрәкәте сикле граждандар өсөн махсуслаштырылған ете һайлау участкаһы асыҡ. Республикала Рәсәй Дәүләт Думаһына һайлауҙа сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән 240 меңгә яҡын һайлаусы ҡатнаша. Шуларҙың 8 меңдән ашыуының күреү һәләте зәғиф. Уларҙың үҙ өйөндә тауыш бирергә хоҡуғы...

17 сентября 2021
Ялдар һыуыҡ һәм ҡарлы ямғыр алып килә | ГТРК «Башкортостан»

Ялдар һыуыҡ һәм ҡарлы ямғыр алып килә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы республика биләмәһендә өс градусҡаса һалҡынайтып ҡырау төшә, ямғыр һәм ҡар яуа, тип иҫкәртә. Был хәл 18 сентябрь төнөн һәм иртән көтөлә. Синоптиктар хәбәр итеүенсә киләһе тәүлектәрҙә көндөң болотло булыуы күҙаллана. Төндә урыны менән бер...

17 сентября 2021
Йәрминкәләр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Йәрминкәләр көтөлә

Өфөлә киләһе ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола. Фермерҙар һәм шәхси хужалыҡтар етештергән саф ризыҡтарҙы Дим районындағы Хәҡиҡәт урамында, Киров районындағы Эшсе хәбәрселәр урамында, Октябрь районында Спорт һарайы ҡаршыһындағы майҙанда шулай уҡ Бересе май урамында Орджоникидзе...

17 сентября 2021
Яндекс.Метрика