Рәмил Килмәмәтов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Рәмил Килмәмәтов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды

Өфөлә  билдәле фоторәссам Рәмил Килмәмәтов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. 10 сентябрь уға 72 йәш тулыр ине. Тантаналы сараға фоторәссамдың яҡын туғандары, хеҙмәттәштәре һәм ижадташ ду:тары  йыйылды. Рәсәйҙең  атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәмил Килмәмәтов. Күптәр уны художестволы фотоһүрәт буйынса “башҡорт мәктәбенә” нигеҙ һалыусы  тип тә белә. Үткер күҙле фото оҫтаһы легендар эштәре менән Башҡортостанды бөтә донъяға танытты.  Уның ижадында республика тарихы, халҡы һәм әлеге тормошо тураһындағы фотокүргәҙмәләре һәм альбомдары айырым урын биләй. Уларҙың күбеһе Рәсәй сиктәрендә генә түгел,  сит ил экспозицияларына сығарылды. Рәмил Килмәмәмтовиың ижад өлгөләре  республиканың йәмәғәт тормошонда иң ҙур баһаға лайыҡ  ҡаҙаныш булып тора.

Подпишитесь на нас в Пульс


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Беҙҙең ғорурлыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Беҙҙең ғорурлыҡ

Республика башлығы Токиолағы паралимпия уйындарында ҡатнашыусы спортыларҙың бер төркөмөнә һәм уларҙың тренерҙарына дәүләт наградаларын тапшырҙы. Радий Хәбиров  тантанала ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе һәм паралимпия спортсылары өсөн киләсәктә Башҡортостанда уңайлы шарттар  тыуҙырыласағы...

17 сентября 2021
Смотреть видео Башҡортостанда “Айыҡ ауыл“ конкурсы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл“ конкурсы башланды

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл“ конкурсы старт ала. Республика Хөкүмәтендә Ойоштороу комитетының тәүге утырышы үтте.  Быйыл ярышҡа республика ауылдарының 50 проценты ҡушылыр тигән өмөт бағлана. Конкурсты ойоштороусылар - Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау,...

17 сентября 2021
Смотреть видео Өфөләге тоннелдең ваҡытынан алда сафҡа индерелеүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Өфөләге тоннелдең ваҡытынан алда сафҡа индерелеүе ихтимал

Өфөләге тоннель менән көнбайышҡа сығыу юлын ваҡытынан алда сафҡа индереүҙәре ихтимал. Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың иң күләмле инфраструктура объектында эштәр барышы менән танышты. Әле буласаҡ юлдың Федоровка-Шаҡша трассаһы менән киҫелешендә ваҡытлыса юл һалыу тамамланған....

17 сентября 2021
Тауыш бир ҙә “Рәхмәт”ле  беләҙек ал | ГТРК «Башкортостан»

Тауыш бир ҙә “Рәхмәт”ле беләҙек ал

Башҡортостандың башҡалаһында һайлау көндәрендә “Рәхмәт” акцияһы иғлан ителде. Һайлау участкаһына килеп тауыш биргән һәр кем бүләккә махсус беләҙек алып тауар һәм хеҙмәттәргә ташламанан файҙалана ала. Өфөлә акцияның партнерҙары 300-ҙән ашыу. Республика ҡала райондарында акцияға 40-тан 70-кә тиклем...

17 сентября 2021
Смотреть видео Радий Хәбиров талап итә | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров талап итә

Радий Хәбиров Белоретта рессоралар заводын асыу тантанаһында  ҡатнашты. “Рессора” фәнни-етештереү предприятеһы бары бер йыл элек кенә өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгәйне. Заводтың планлаштырылған ҡеүәте – йылына 14 мең тонна тауар етештереү. Йөҙгә яҡын яңы эш урыны,...

17 сентября 2021
Смотреть видео Башҡортостанда барлыҡ һайлау участкалары иртәнге һигеҙҙә асылды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда барлыҡ һайлау участкалары иртәнге һигеҙҙә асылды

Ҡанунда ҡаралғанса, бөгөн Башҡортостанда барлыҡ һайлау участкалары иртәнге һигеҙҙә асылды. Башҡортостанда 3 миллиондан ашыуыраҡ кешенең һайлау хоҡуғы бар. Республика Үҙәк һайлау комиссияһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин эшләй. Ул беҙҙең студия менән тура бәйләнешкә сыға.  Ғәлимйән, был...

17 сентября 2021
Смотреть видео Рәсәй президенты халыҡҡа мөрәжәғәт итте | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй президенты халыҡҡа мөрәжәғәт итте

Рәсәй президенты Дәүләт Думаһына һайлау уңайынан Рәсәй халҡына мөрәжәғәт итте. Владимир Путин уны ил тарихындағы бик мөһим ваҡиға тип баһаланы. Ил етәксеһе билдәләүенсә, һәр кем парламентҡа яуаплы, абруйлы, биргән вәғәҙәләрен үтәрлек кешеләр һайланыуын теләй. Дәүләт Думаһы закондар сығарыуҙа хәл...

17 сентября 2021
Смотреть видео Башҡортостанда йәнә антирекорд | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йәнә антирекорд

Үткән тәүлектә мәкерле сирҙе йоҡтороусылар тағы ла 316 кешегә күбәйҙе. Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығынана алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 15 кеше ковидтан һәләк булған. Табиптар әйтеүенсә, ауырығандарҙың күбеһе прививка эшләтмәгән. Башҡортостанда  әле 1 миллион 231 мең кеше вакцинаның...

17 сентября 2021
Әйҙәгеҙ һайлауға | ГТРК «Башкортостан»

Әйҙәгеҙ һайлауға

Башҡортостанда 3 мең 400-ҙән ашыу һайлау учатскаһы асылды. Шул иҫәптән дауаханаларҙа, һаҡ аҫытында тотоу урындарында, шифаханаларҙа, аэропортта, тимер юл вокзалында, ҡарттар йорттарында тауыш бирергә мөмкин. Һайлау участкаларының 40 проценты видеокүҙәтеү камералары менән йыһазландырылған....

17 сентября 2021
Смотреть видео Өфөгә Токиолағы Паралимпиада еңеүселәре һәм призёрҙары ҡайтты | ГТРК «Башкортостан»

Өфөгә Токиолағы Паралимпиада еңеүселәре һәм призёрҙары ҡайтты

Спортсыларҙы туғандары, дуҫтары, коллегалары, тренерҙары һәм республика хөкүмәте вәкилдәре ҡаршы алды. Паралимпиада уйындары еңеүселәре әйтеүенсә, иң ҙур теләк ул өйгә ҡайтып ял итеп, туғандар менән күрешеү. Һуңынан йәнә күнекмәләрҙе дауам итергә кәрәк. Башҡортостан спортсылары Токиола 12 миҙал...

16 сентября 2021
Яндекс.Метрика