Ҡайһы прививканы ҡасан яһтырға | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Ҡайһы прививканы ҡасан яһтырға

Шәхси сәләмәтлекте көнэлгәре хәстәрләгәндә вакцинаны яһатыу ҡағиҙәләрен белеү мотлаҡ. Көҙөн көнүҙәк вакциналарҙы яһатыу ваҡыты тураһында СПИД һәм йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм улар менән көрәш буйынса Республика үҙәге баш табибы Рафаэль Яппаров   Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Муниципалитет именлеге һәм тотороҡло эшмәкәрлегенең төп нигеҙе – көтөлмәгән хәлдәрҙе иҫкәртеү. Был йәһәттән тәү сиратта халыҡ сәләмәтлеге хәстәрләнә. Хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Марат Ғәйфуллин оператив кәңәшмәне асып ял көнө үткән Халыҡ-ара марафонды хәтергә төшөрөргә тәҡдим итә. Йүгереү буйынса донъя кимәлендәге акцияға 18 дәүләттең 200-ҙән ашыу ҡалаһы ҡушылған, Өфөлә иһә марафонда дүрт меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Сәләмәт йәшәү рәүешен күмәк спорт саралары ғына түгел, ә күмәк вакцинация ла таныта. Башҡортостан  буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина бөгөнгә республика халҡының 50 проценты коронавирус инфекцияһынан вакцина яһатҡан, тип белдерҙе. Был сир буйынса көндәлек күрһәткестәр менән бер рәттән төбәктә киҫкен респиратор ауырыуҙар иҫәбе арта. Медицина учреждениеларында грипптан прививка яһатыу башланды. Бөгөнгә был вакцинаны 118 мең кеше һалдырған. Сәләмәтлекте көнэлгәре хәстәрләү яҡшы, әммә прививкаларҙы дөрөҫ аралаштырыу мөһим. Гриппҡа ҡаршы вакцинаны коронавирустан прививка менән бергә яһатырға ярамай. Табип-инфекционист Рафаэль Яппаров пациенттарҙы тәүҙә коронавирустан прививканың ике компонентын да алырға, билдәле арауыҡтан һуң ғына киҙеүҙе иҫкәртеүсе вакцинаны ҡуйҙырырға өндәй. Бына уныһын пневмококка ҡаршы вакцина менән бер юлы яһатырға мөмкин, тине табип. Оператив кәңәшмәлә артабан һүҙ Зинино-Нагаево йүнәлешендә М5 — Урал трассаһы менән киҫелештә юл үткәргес төҙөлөшө тураһында барҙы. Әле был биләмәлә сиҙәм ҡатламы һыҙырыла, ҡоролма өсөн кәрәкле материалдар килтерелә башлаған.  Өфө хакимиәтенең юл һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү һәм ремонтлау идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Константин Паппе был транспорт киҫелеше ҙур күләмле эш талап итә, тип белдерҙе. Юл арауығының дөйөм оҙонлоғо 1850 метр, 106 метры тимер юлы өҫтөнән һалынасаҡ. Яңы юлды төҙөгәндә байтак инженер ҡоролмаларын күсереп урынлаштырырға тура киләсәк. Юл киҫелешен файҙаланыуға тапшырыу 24 айҙан, 2023 йылдың өсөнсө сирегендә көтөлә. Юл һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү һәм ремонтлау идаралығы вәкиленә хакимиәт исеменә Инцидент-Менеджмент селтәре аша алынған һорауҙарға ла яуап бирергә тура килде. Минһажев һәм Чернышевский урамдарында ямғыр һыуын ағыҙыу ҡойоларының эше ошо биләмәлә юл төҙөкләндерелеп бөткәс тә яйға һалынсаҡ, тине Константин Паппе. Оператив кәңәшмәлә тикшерелгән мәсьәләнең бөгөнгә иң мөһиме иһә – йорттарға йылы биреү. Башҡала ҡышҡа әҙерлек паспортын 15 сентябрҙә тапшырырға ниәтләй. Тәүҙә социаль объекттар йылытыла башлай, артабан йылы күп фатирлы йорттарға һәм башҡа ойошмаларға биреләсәк.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Йылы көндәр оҙаҡҡа түгел | ГТРК «Башкортостан»

Йылы көндәр оҙаҡҡа түгел

Башҡортостанда йылы көндәр оҙаҡ тормай. Көндөҙ һауа температураһының 8 градустан юғары булыуы 26 сентябргә тиклем генә көтөлә. Был хаҡта Башгидрометүҙәктең рәсми сайтында хәбәр ителә. 23-26 сентябрҙә республикала көндәрҙең йылы тороуы күҙаллана. Тәүлектең уртаса температураһы +8,+10°, көн...

23 сентября 2021
Тағы ла бер ҡала мәктәптәре дистанцион уҡытыуға күсә | ГТРК «Башкортостан»

Тағы ла бер ҡала мәктәптәре дистанцион уҡытыуға күсә

Башҡортостанда 12 төбәктә мәктәп уҡыусылары өйҙән тороп уҡыу тәртибенә күскәйне. Ошондай уҡ ҡарарҙы Күмертау муниципалитеты ла ҡабул итте. 27 сентябрҙән был ҡала мәктәптәренең 5,6,7,8,10 класс уҡыусылары ситтән тороп уҡый башлай.   Өйҙән генә белем алыуға күсеү тураһындағы ҡарар ҡала...

23 сентября 2021
Оҫталарҙы “Тамға” саҡыра | ГТРК «Башкортостан»

Оҫталарҙы “Тамға” саҡыра

Республика халыҡ ижады үҙәге башҡорт халыҡ костюмы оҫталары араһында икенсе халыҡ-ара конкурс иғлан итте. “Тамға” бәйгеһендә милли кейем тегеүселәр, костюм буйынса рәссамдар, дизайнерҙар, йүнәлеш буйынса һөнәр алған 16 йәштән өлкән студенттар ҡатнаша ала.     Ғаризалар беренсе...

23 сентября 2021
Социаль селтәрҙән янау | ГТРК «Башкортостан»

Социаль селтәрҙән янау

Башҡортостандың башҡалаһында йәшәгәндәргә танылған социаль селтәр аша янаулы видео һалалар. Бер нисә аккаунттан “Өфө атыу көт... Мин һеҙгә киләм...” тигән һүҙҙәр яҙылған видеоролик тарататылған. Администраторҙар яҙманы ҡамап тора, тик ваҡыт үтеү менән ул башҡа медиа биттәрҙә тағы барлыҡҡа килә....

23 сентября 2021
Смотреть видео Күңелдә шом, ә кеҫәлә глюкометр | ГТРК «Башкортостан»

Күңелдә шом, ә кеҫәлә глюкометр

Йүгереп уйнар, бейер, рәхәтләнеп урамда йөрөр урынға ҡәтғи режим, дарыуҙар, һыҙланыуҙар. Киләһе сюжет геройҙары мәрхәмәтле тамашасыларыбыҙ ярҙамына мохтаж. Иглиндән апалы ҡустылы Әлибаевтар тураһында Ләйсән Тимербулатова репортажы. Күңелдә шом, ә кеҫәлә глюкометр. Иглиндә йәшәүсе Айгөл Әлибаева...

23 сентября 2021
Смотреть видео Һөйгәне өсөн кеше үлтерергә лә риза | ГТРК «Башкортостан»

Һөйгәне өсөн кеше үлтерергә лә риза

 Евгений Кожевников хәҙер һөйәркәһе менән суд алдында яуап бирә. Быға тиклем ул күп һүҙле булһа, хәҙер “ләм-мим”. Кеше алдында төрмә йә ирекме тигән һайлау торһа, әҙәм балаһы, әлбиттә, мотлаҡ һуңғыһын һайлаясаҡ.  Шуға ла ла 55 йәшлек танышын үлтереүҙә ғәйепләнгән ир элекке мөхәббәтен...

23 сентября 2021
Смотреть видео Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе оператив штаб | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе оператив штаб

Йорттарҙа йылы тураһындағы бар борсоулы һорауҙарҙы хәҙер яңы колл-үҙәккә бирергә мөмкин. Уның телефоны (8347) 277-09-11. Йылытыу миҙгелен күҙәтеүсе ҡала оператив штабы эш башланы. Башҡалала 19 сентябрҙән балалар баҡсалары менән мәктәптәргә йылы бирелә башланы, сиратта дауаханалар һәм башҡа социаль...

23 сентября 2021
Смотреть видео Ҡышҡылыҡҡа йылыһыҙ | ГТРК «Башкортостан»

Ҡышҡылыҡҡа йылыһыҙ

Өфө ҡалаһында күп фатирлы йорттарҙың береһе ҡышҡылыҡҡа йылыһыҙ ҡалыуы ихтимал. Йорт хужалары әле йылы кейем һәм йылытҡыстар һатып алырға мәжбүр. Флүрә Рәхимова өсөнсө йыл рәттән көндәр һыуытыу менән  өйҙә быйма һәм йылы йөн ойоҡтарҙа йөрөргә мәжбүр. Фатирҙа бөтөнләй йылытыу системаһы эшләмәй...

23 сентября 2021
Смотреть видео Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына һанаулы ғына көндәр ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына һанаулы ғына көндәр ҡала

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына тиклем һанаулы ғына көндәр ҡала. Быйыл ул 15 октябрҙән 14 ноябрға тиклем бара. Киләсәкте булдырабыҙ! Рәсәйҙә башҡарыласаҡ мөһим кампания ораны башҡортса тап шулай яңғырай. 15 октябрҙән алып бер ай дауамында, Рәсәйҙә даими йәшәгән халыҡ иҫәп алыусылар биргән...

23 сентября 2021
Смотреть видео Уҡыусылар ике аҙнаға дистанцион уҡыуға күсерелә | ГТРК «Башкортостан»

Уҡыусылар ике аҙнаға дистанцион уҡыуға күсерелә

Республиканың 12 районында 5-8-се һәм 10-сы класс уҡыусылары ике аҙнаға дистанцион уҡыуға күсерелә. Был Башҡортостанда коронавирус таралыуға бәйле. Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 18 кеше коронавирустан һәләк булған. Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 333 кеше...

23 сентября 2021
Яндекс.Метрика