Спорткомплекс яңыртылған | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Спорткомплекс яңыртылған

  • Спорткомплекс яңыртылған | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Межгорьеға эш сәфәрен ҡаланың көньяҡ-көнбайыш биләмәһендә универсаль спорт комплексынан башланы.

Заманында хәрби төҙөүселәр ҡорған спорт комплексы ярайһы иҫкергән. 2013 йылда ул хәүефһеҙ файҙаланыуға ярамай тип танылған. Һөҙөмтәлә халыҡтың 30 проценты спорт менән шөғөлләнеүҙән мәхрүм ҡалған.

Төҙөкләндереү 108,7 миллион һумға төшкән. Яңыртып ҡоролған комплекс 2018 йылда файҙаланыуға тапшырылған. Бинаның өсөнсө ҡаты һалынған, шул иҫәпкә майҙандар арттырылған.

Межгорье ҡалаһының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Михаил Прусаков билдәләүенсә, бында универсаль спорт залы асыҡ, унда бадминтон, волейбол, баскетбол һәм футбол майҙандары бер юлы эшләй, тренажер һәм көрәш залдары, саңғы базаһы бар. Майҙансыҡтар республика һәм Рәсәй кимәлендәге ярыш стандарттарына тап килә.   

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Республика етәксеһе һайлауҙа әүҙемлек күрһәткән өсөн Башҡортостан халҡына рәхмәт белдерҙе | ГТРК «Башкортостан»

Республика етәксеһе һайлауҙа әүҙемлек күрһәткән өсөн Башҡортостан халҡына рәхмәт белдерҙе

Был турала Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Радий Фәрит улы шулай уҡ Пермдәге хәл буйынса тейешле министрлыҡтарға уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың именлеген тәьмин итеү буйынса тейешле күрһәтмәләр бирҙе. Башҡортостан һайлауҙарҙы ойоштороу һәм үткәреү бурысын еренә еткереп...

35 минут 26 секунд назад
Смотреть видео Пандемия шарттарындағы һайлау | ГТРК «Башкортостан»

Пандемия шарттарындағы һайлау

 Шуға ла санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү төп шарт ине. Һәр һайлау участкаһында санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәү төп шарттарҙың береһе. Барлыҡ дезинфекция саралары тулы күләмдә алынған, участка ағзалары битлектәр һәм тейешле һаҡланыу саралары менән тәьмин ителде. Ҡырмыҫҡалы...

35 минут 46 секунд назад
Смотреть видео Башҡортостанда һайлауҙар ойошҡанлы һәм лайыҡлы уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда һайлауҙар ойошҡанлы һәм лайыҡлы уҙҙы

 Бөтә күрһәткестәр ҙә быны дәлилләй. Тауыш биреү хоҡуғына эйә булған 3 миллиондан ашыу кешенең 73 процент самаһы гражданлыҡ бурысын үтәгән. Һәр  ваҡыттағыса ауыл халҡы әүҙем, иң юғары күрһәткес Салауат районында. Унда йәшәүселәрҙең 96 процентынан күберәге һайлауҙарҙа ҡатнашҡан. Ҡалалар...

36 минут 37 секунд назад
Смотреть видео Күңелһеҙ статистика  | ГТРК «Башкортостан»

Күңелһеҙ статистика

Башҡортостанда үткән ял көндәрендә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 635-кә артҡан. Пандемия башынан был иң юғары күрһәткес. Әлеге ваҡытта алты меңдән ашыу кеше сир менән көрәшә.  Республикала COVID-19-ҙың 62 мең 880 осрағы теркәлгән. 55 меңдән ашыу кеше һауыҡҡан. Бөгөнгә...

37 минут 10 секунд назад
Халыҡ ҡәнәғәтһеҙлек белдерер | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ ҡәнәғәтһеҙлек белдерер

Башҡортостанда 21 сентябрҙә йорттарға йылы бирә башлайҙар. Был хаҡта бөгөн оператив кәңәшмәлә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев хәбәр итте. Республиканың күпселек биләмәһендә дүртенсе тәүлек рәттән һауа температураһы +8 градустан түбән. «Шуға күрә...

20 сентября 2021
Көндәрҙе һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәрҙе һыуыта

21 сентябрҙә 6 градусҡа тиклем һалҡын буласаҡ. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы иҫкәртә. Синоптиктар хәбәр итеүенсә киләһе тәүлектәрҙә көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын, көндөҙ көньяҡ-көнсығыштан секундына...

20 сентября 2021
Пермь крайында фажиғә | ГТРК «Башкортостан»

Пермь крайында фажиғә

Радий Хәбиров Пермь крайындағы фажиғә сәбәпле Хөкүмәт ағзаларына күрһәтмәләр бирҙе. Пермь университетында студенттарға ҡорал менән һөжүм иткәндәр. Фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажинға мөрәжәғәт итеп Радий Хәбиров, ҡаза күргәндәр тураһында мәғлүмәт алырға, уҡыу йорттарында хәүефһеҙлек тәьмин...

20 сентября 2021
Көн уртаһына бюллетендәрҙең 91 проценттан ашыуы эшкәртелгән  | ГТРК «Башкортостан»

Көн уртаһына бюллетендәрҙең 91 проценттан ашыуы эшкәртелгән

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә:“20 сентябрь көндөҙгө сәғәт ун икегә бюллетендәрҙең 91,27 процентын экәртеүгә өлгәшелде”, -  тип белдерҙе. Башҡортостан һайлаусыларының 72,88 проценты тауыш биргән. Фирҡә-лидерҙар - “Берҙәм...

20 сентября 2021
Алты мең кеше сирләй | ГТРК «Башкортостан»

Алты мең кеше сирләй

Башҡортостанда үткән ял көндәрендә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 635-кә артҡан. Пандемия башынан был иң юғары күрһәткес. Әлеге ваҡытта алты меңдән ашыу кеше сир менән көрәшә. Республикала йәмғеһе 62 880 тапҡыр COVID-19 осрағы теркәлгән. 55 меңдән ашыу кеше һауыҡҡан. Бөгөнгә...

20 сентября 2021
Лидер фирҡәләр билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

Лидер фирҡәләр билдәләнә

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы протоколдарҙың 60 процентын тикшергән. “Берҙәм Рәсәй” Дәүләт Думаһына һайлауҙа лидерлыҡты һаҡлай. Был фирҡә өсөн 20 сентябрь иртәһенә алынған иҫәпләүҙәр буйынса һайлаусыларҙың 47,16 проценты тауыш биргән. Икенсе урында КПРФ - 20,89%, өсөнсөлә ЛДПР - 7,9%. Лидерлыҡҡа...

20 сентября 2021
Яндекс.Метрика