Пандемия шарттарындағы һайлау | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Пандемия шарттарындағы һайлау

Шуға ла санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү төп шарт ине. Һәр һайлау участкаһында санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәү төп шарттарҙың береһе. Барлыҡ дезинфекция саралары тулы күләмдә алынған, участка ағзалары битлектәр һәм тейешле һаҡланыу саралары менән тәьмин ителде. Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылы халҡы һайлау кеүек мөһим сараларҙа һәр ваҡыт әүҙем ҡатнаша. Һәр һайлау байрам кеүек үтә, ти улар. Әфҡәт Ниғмәтуллин 2316-сы һайлау участкаһына беренселәрҙән килеп үҙ тауышын бирҙе. Ил тарихында беренсе тапҡыр өс көн дауам иткән һайлауҙар Рәсәй сәйәсәте өсөн яңы тәжрибә. Был, тәү сиратта, пандемия шарттарында хәүефһеҙлек өсөн эшләнелде. Икенсенән иһә, халыҡ өсөн уңайлы. Кеше ҡасан теләй, шунда килеп һайлай ала. Башҡортостанда барлығы өс мең дүрт йөҙ ҙә өс һайлау участкаһы эшләне. Шул иҫәптән 39 участка граждандарҙың ваҡытлыса килеү урыны менән бәйләнгән. Һайлау участкаһы рәйестәре билдәләүенсә, быйылғы һайлауҙа ла йәштәрҙең күп ҡатнашыуы ҡыуаныслы. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары менән күреү һәләте сикләнгән граждандар өсөн быйыл ете һайлау участкаһы билдәләнде. Икәүһе Өфө ҡалаһында. Уларҙа махсус трафареттар һәм 8-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауға эре шрифт менән әҙерләнгән мәғлүмәт сығанаҡтары файҙаланылды. Һайлауҙың беренсе көнөндә үк беренселәрҙән булып Республика Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев гражданлыҡ бурыстарын үтәне. Һайлауҙың һуңғы көнөндә 109-сы һайлау участкаһында Радий Хәбиров хәләл ефете менән үҙ тауышын бирҙе. Төбәк Башлығы һайлауҙарҙың республика өсөн мөһимлеге тураһында белдерҙе. Сөнки беҙ киләһе биш йылға илдең яңы сәйәси курсын билдәләйбеҙ, тине Радий Хәбиров. Радий Хәбиров быйылғы һайлау ойошҡанлы һәм тыныс үтте, тип белдерҙе.

Подпишитесь на наш Telegram-канал


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Республикала йонсоу көндәр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала йонсоу көндәр көтөлә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы епшек ҡар һәм боҙлауыҡ тураһында иҫкәртте. 29 октябрҙә республиканың айырым райондарында ағастарға һәм тимер сымдарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ, юлдарҙа тайғаҡ, яуым-төшөм көтөлә. Киләһе тәүлектә күк аяҙлы-болотло була. Ел көньяҡ-...

4 часа 15 мин. назад
«StandUp башҡортса!» гастролгә сыға | ГТРК «Башкортостан»

«StandUp башҡортса!» гастролгә сыға

Башҡорт телендәге StandUp тәүге тапҡыр республика буйлап гастролгә йыйына. Башҡортса сығыш яһаған ете иң шәп StandUp шаян халыҡты юморҙың яңы төрө менән таныштырыр өсөн төрлө ауыл-ҡалаларға юллана. Башҡортса StandUp резиденттары — КВН-дың төрлө лигаһында ҡатнашҡан тәжрибәле комиктар, Өфө...

4 часа 25 мин. назад
Баланы дежур төркөмдә ҡалдырырға мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Баланы дежур төркөмдә ҡалдырырға мөмкин

Өфө балалар баҡсаларында президент иғлан иткән ял көндәрендә 90 дежур төркөм ойошторола. Был көндәрҙә эшләгән ата-әсәгә баланы  дежур төркөмдә ҡалдырыр өсөн балалар баҡсаһы етәкселегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. «Өфөнөң балалар баҡсаларында 2021 йылдың 1-3 ноябрендә дежур төркөмдәр эшләй. Был...

5 часов 13 мин. назад
Балалар баҡсаһы хеҙмәте ҡиммәтләнә | ГТРК «Башкортостан»

Балалар баҡсаһы хеҙмәте ҡиммәтләнә

Өфө балалар баҡсаһында ата-әсә түләргә тейеш хаҡтар арта. 2021 йылдың 1 ноябренән башҡала балалар баҡсаларында ата-әсә түләүҙәре 25 һумға күтәрелә һәм көнөнә 151 һум тора. Балалар баҡсаһына 21 көн йөрөтөү ғаилә бюджетына 3171 һумға төшә. Был турала Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр...

6 часов 47 мин. назад
Смотреть видео Ни өсөн ҡунаҡхана емерелә?   | ГТРК «Башкортостан»

Ни өсөн ҡунаҡхана емерелә?

Өфөнөң Олимпик паркындағы Лидо ҡунаҡханаһын суд һүтергә тигән ҡарар сығарған. Уның хужаһы бинаны ҡалдырып, ҡала хакимиәтенә тапшырыуҙарын һорай, әммә һөҙөмтәһеҙ. Ни өсөн ҡунаҡхана емереләсәк?.  Олимпик парктағы “ЛидО” ҡунаҡханаһы үҙ ваҡытында билдәле күңел асыу урындарының береһе ине. Ул урта...

9 часов 18 мин. назад
Смотреть видео Ғәйепһеҙҙән ғәйепле | ГТРК «Башкортостан»

Ғәйепһеҙҙән ғәйепле

Уның ғәйепле икәненә тәфтишселәр, суд-медицина экспертизаһы һәм прокурорҙар ҙа инана. Сөнки, оло ҡатынды яҡлауына ҡарамаҫтан ир кешене үлтерә. Юнир Ғилманов үҙен аңлауҙарын үтенһә лә, ҡарар үҙгәрешһеҙ. Ғәйепле, иркенән мәхрүм итергә. Ваҡиға 62 йәшлек Рима Ураҙаева фатирында теркәлә. Хужабикәнең улы...

9 часов 19 мин. назад
Смотреть видео Бәтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Бәтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу дауам итә

 Кампания өсөн һәр кеше мөһим. Даими йәшәү урыны булмағандар араһында был ғәмәл нисек башҡарыла? Йәшәү урыны булмағандар өсөн ярҙам күрһәтеү үҙәгенә Марсель Ишмаков аварияла аяғын юғалтҡас килеп эләгә. Социаль үҙәктә ярты йылдан бер йылғаса йәшәү мөмкинлеге бар. Ғәриплек буйынса документтар...

9 часов 19 мин. назад
Смотреть видео ПЦР-тест ғәмәлдән сыға | ГТРК «Башкортостан»

ПЦР-тест ғәмәлдән сыға

Башҡортостанда  ПЦР-тестар менән  күмәк халыҡ йыйылған урындарға үтеп булмай. Был коронавирусҡа бәйле сираттағы сикләү. Республикала мәкерле сир таралыуын туҡтатыу йәһәтенән вакцинация дауам итә. 19 йәшлек егеттәр тулы вакциянация үткән. Студенттар  мәжбүри вакцинация талап ителгән...

9 часов 20 мин. назад
Смотреть видео Башҡортостанда тағы 36 кеше һәләк булған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тағы 36 кеше һәләк булған

Башҡортостанда үткән тәүлектә коронавирус менән ауырыуҙың тағы 668 осрағы теркәлде. 36 кеше һәләк булған. Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда 2 мең 482 кеше һәләк булған. Шуға ла табиптар кисекмәҫтән вакцина эшләтергә саҡыра. Әле республикала  вакцинаның беренсе компонентын 1 миллион 604...

9 часов 20 мин. назад
Олатай- өләсәйҙәр көнө уңайынан бүләк | ГТРК «Башкортостан»

Олатай- өләсәйҙәр көнө уңайынан бүләк

Өфөлә 28 октябрҙә өлкәндәр өсөн махсуслашҡан вакцинация пункты асыла. Ошонда уҡ ревакцинация үтергә лә мөмкин. Тап 28 октябрь - олатай-өләсәйҙәр көнөндә – “Һаулыҡ һаҡлау” Милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылған “Өлкәндәргә хәстәрлек” акцияһы старт ала. Өлкәндәр өсөн вакцинация пункты өсөнсө...

27 октября 2021