Татарстан Башҡортостан тәжрибәһен өйрәнәсәк | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Татарстан Башҡортостан тәжрибәһен өйрәнәсәк

Татарстан Башҡортостандың сәнәғәт өлкәһе өсөн белгестәр әҙерләү тәжрибәһен ентекле өйрәнәсәк. Был турала күрше республика Президенты Рөстәм Миннеханов Өфөгә эш сәфәре барышында белдерҙе. “Рәсәй вертолеттары” акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы ултырышында ҡатнашыу өсөн Башҡортостанға совет рәйесе, РОСТЕХ дәүләт корпорацияһы авиация комплексының индустриаль директоры Анатолий Сердюков, Татарстан башлығы Рөстәм Миңнеханов килде. Һауаға күтәрелгән самолеттың юлы ерҙән, дөрөҫөрәге уны йыйған урындан башлана. Сәнәғәттең үҙ талабы – һәр деталь төҙөк булырға тейеш. Элекке программист, ә хәҙер ҡатмарлы техника операторы Радмир Ғаймалов яңынан студент һурпаһын тәмләй. Ғинуарҙан башлап ул ОДК-УМПО үҙәгендә махсус белем ала. Быйыл августа асылған үҙәктең дөйөм майҙаны 15 мең квадрат метрға яҡын. 220 берәмек техника ябай өлгө генә түгел. Ул сәнәғәт циклында ҡулланылған аппаратура. Тағы ла шуныһы, уҡытыу үҙәге йылына 2 мең 100 белгес әҙерләй ала. Башҡортостан мөмкинлектәре менән Татарстан да һоҡлана, бәлки, хатта бер ни тиклем көнләшәлер ҙә. Сөнки, күрше республика Президенты Рөстәм Миннеханов Башҡортостан тәжрибәһен мотлаҡ өйрәнергә кәрәк, тигән фекерҙә. Үҙ сиратында иһә Башҡортостан РОСТЕХ корпорацияһы менән бәйләнештәрҙе нығытыу яҡлы. Республика башлығы Радий Хәбиров тәжрибәне уңышлы тип иҫәпләй. Машиналар эшләү тармағы әле эшсе һөнәр эйәләренә мохтаж. РОСТЕХ-тың Өфөләге уҡытыу үҙәге иһә был ҡытлыҡты хәл итеүҙең бер юлы. Иң мөһиме ул ваҡытты сарыфламаҫҡа, кисәге студенттарҙы квалафикациялы белгестәр итеп үҫтерергә ярҙам итә.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Коронавирус менән ауырыусыларҙың 10 проценты балалар  | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус менән ауырыусыларҙың 10 проценты балалар

Республикала 65 йәштән өлкәндәрҙең прививка ҡаҙатмағандары өсөн мотлаҡ үҙизоляция режимы иғлан ителде. Коронавирус менән ауырыусыларҙың 10 проценты балалар, 5 проценты 18 йәштән 25 йәшкә тиклемгеләр, 41 проценты 26-51 йәшлектәр, 20 проценты - 60 йәшкә тиклемгеләр, 19 ярым проценты 60 йәштән...

14 October 2021
Смотреть видео Тағы ла 35 кеше яҡты донъя менән хушлашты | ГТРК «Башкортостан»

Тағы ла 35 кеше яҡты донъя менән хушлашты

Башҡортостанда үткән тәүлектә генә коронавирус менән ауырыуҙың 662 осрағы теркәлгән. 35 кеше һәләк булған. Табиптар кисекмәҫтән вакцинация үтергә саҡыра. Әле вакцинаның беренсе компонентын алыусылар 1 миллион 354 меңдән ашты. Тулы вакцинация үтеүселәр 1 миллион 228 мең самаһы кеше. Мәкерле сирҙән...

14 October 2021
662 яңы осраҡ, 35 үлем: COVID-19 буйынса яңы мәғлүмәттәр | ГТРК «Башкортостан»

662 яңы осраҡ, 35 үлем: COVID-19 буйынса яңы мәғлүмәттәр

Башҡортостанда үткән тәүлектә 662 кеше COVID-19 инфекцияһына ыңғай ПЦР тест алған. Инфекция табылғандарҙың дөйөм иҫәбе 13 октябргә 74 174 кешегә етте. Дауаханаларҙа 1087 сирле ята, уларҙың 708-е алтмыш йәштән өлкән. 51 пациент ауыр хәлдә, 22 сирле яһалма һулыш аппаратына мохтаж. 6 904 сирле...

13 October 2021
Каникул күсерелмәй | ГТРК «Башкортостан»

Каникул күсерелмәй

Мәктәп уҡыусыларының көҙгө каникулын күсереү тураһындағы мәғлүмәтте Башҡортостандың фән һәм мәғариф министрлығы кире ҡаҡты. Социаль селтәр һәм мессенджерҙарҙа мәктәптәрҙәге эпидемиологик хәл сәбәпле көҙгө каникул ваҡытын күсерәләр тигән ялған һүҙ тарала. Фән һәм мәғариф министрлығы был...

13 October 2021
Прививка яһат та аҡса ал | ГТРК «Башкортостан»

Прививка яһат та аҡса ал

Мәскәүҙә 65 йәштән өлкәндәр прививка яһатһа 10 мең һум аҡса ала. Вакцина яһатҡан өлкәндәргә бүләк тупланмаһы урынына тиҫтә мең аҡса биреү тураһындағы күрһәтмәгә Мәскәү мэры Сергей Собянин ҡул ҡуйған. Мәскәү хөкүмәте COVID-19-ға ҡаршы вакцинация программаһында ҡатнашыусыларҙы дәртләндереү...

13 October 2021
Мәжбүри вакцинация иғлан ителде | ГТРК «Башкортостан»

Мәжбүри вакцинация иғлан ителде

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһының ҡотороноуы сәбәпле 13 октябрҙән мәжбүри вакцинация индерелә. Талап педагогтар, табиптар, сауҙа хеҙмәткәрҙәре һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә эшләгәндәр өсөн мотлаҡ. Был хаҡта Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы етәксеһе Анна Казак белдерҙе.   Баш...

13 October 2021
Смотреть видео Үҙенсәлекле рекорд | ГТРК «Башкортостан»

Үҙенсәлекле рекорд

Рәсәй президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса “Уңайлы мөхит” программаһына телевизион эфирҙарҙа сурдотәржемә күләмен арттырырыу бурысы өҫтәлә. Был йәһәттән, “Башҡортостан 24” каналында иһә республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы кәңәшмәләрҙе, мөһим сәйәси сараларҙы яҡтыртҡан хәбәрҙәр...

13 October 2021
Смотреть видео Дим районы дауаханаһының уңыш сере нимәлә? | ГТРК «Башкортостан»

Дим районы дауаханаһының уңыш сере нимәлә?

Баш ҡаланың  Дим районы ҡала клиник дауаханаһы коллективы илдең иң алдынғылары рәтендә. «Первые лица» Бөтә Рәсәй премияһын беҙҙең табиптарға Мәскәүҙә Перинаталь медицина белгестәренең Рәсәй ассоциацияһы XVI конгресында тапшырҙылар.  Дим районы ҡала клиник дауаханаһы 2020 йылдың апреленән...

13 October 2021
Смотреть видео Сикләүҙәрҙе халыҡ нисек ҡабул итә? | ГТРК «Башкортостан»

Сикләүҙәрҙе халыҡ нисек ҡабул итә?

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сауҙа үҙәктәре, кинотеатрҙар, китапханалар, шәхси музейҙар, күргәҙмә, концерт залдарына инеү, “Орлан” поезы һәм ҡала-ара автобус маршруттарында йөрөү өсөн вакцинация үтеү тураһындағы сертификат, йә үткән ярты йылда ковид менән сирләү тураһындағы документ күрһәтергә кәрәк....

13 October 2021
Смотреть видео Өлкәндәр өсөн үҙ изоляция режимы ғәмәлгә инде | ГТРК «Башкортостан»

Өлкәндәр өсөн үҙ изоляция режимы ғәмәлгә инде

Бөгөндән Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр өсөн үҙ изоляция режимы ғәмәлгә инә. Был турала Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Быға тиклем дауаханаларҙың баш табиптары өлкән йәшәтәгеләр өсөн үҙ изоляция режимы индереүҙе һорап республика етәксеһенә мөрәжәғәт иткәйне. “Йәшел...

13 October 2021