Коронавирустан тағы ла 34 кеше һәләк булған

Башҡортостанда үткән тәүлектә генә коронавирус менән ауырыуҙың 633 осрағы теркәлгән. 34 кеше һәләк булған. Табиптар кисекмәҫтән вакцинация үтергә саҡыра. Әле вакцинаның беренсе компонентын алыусылар 1 миллион 347 меңдән ашты. Тулы вакцинация үтеүселәр 1 миллион 226 мең самаһы кеше. Мәкерле сирҙән һәләк булыусыларҙың күбеһе оло йәштәгеләр. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн тотош халыҡтың 80 проценты вакцинация үтергә тейеш.

Читайте нас в Яндекс.Дзен