Өлкәндәр өсөн үҙ изоляция режимы ғәмәлгә инде | ГТРК «Башкортостан» — Новости Уфы и РБ

Өлкәндәр өсөн үҙ изоляция режимы ғәмәлгә инде

Бөгөндән Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр өсөн үҙ изоляция режимы ғәмәлгә инә. Был турала Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Быға тиклем дауаханаларҙың баш табиптары өлкән йәшәтәгеләр өсөн үҙ изоляция режимы индереүҙе һорап республика етәксеһенә мөрәжәғәт иткәйне. “Йәшел Башҡортостан” өсөн “икеле”. Республика башлығы төбәкте йәшелләндереү йөкләмәһе үтәлешен насар билдәгә баһаланы. Шелтә йәнә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарған Алан Марзаевҡа төштө. Акция ултыртылған ағасты һанау түгел, ә ҡала урамдарына йәм биреүҙән ғибәрәт. Был йәһәттән Радий Хәбиров Нефтекаманың иҫтәлекле аллеяһын миҫалға килтерә. “Йәшел Башҡортостан”дың маҡсаты ҡала үҙәктәрендә ҡарт ағастар урынына яңыларын ултыртыу, йорт ихаталарын, ташландыҡ ерҙәрҙе йәшелләндереү һәм дәүләт урман фондын байытыу, тип килешелгән.Алан Марзаев быйыл көҙгө акция барышында 48 мең кеше ҡатнашып 8 мең ярым эре ағас, 69 мең йәш үҫенте һәм ҡыуаҡ ултыртҡан, тип белдерҙе. Яҙ көнө “Йәшел Башҡортостан” акцияһы дауам итә. Кәмселектәр иҫәпкә алыныр, тигән өмөт менән. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы ҡышҡа әҙерлек эшенә йомғаҡ яһаны. Александр Булушев трассаларҙа эшселәр һәм водителдәр өсөн йылыныу нөктәләре, юл хеҙмәтләндереү техникаһы әҙер, тайғаҡта файҙаланыр ҡом-тоҙ ҡатнашмалары 74, реагенттар 81 процентта тупланған, тип белдерҙе. Юлдағы хәлдәрҙе күҙәтеү, һауа торошо киҫкенләшкәндә мәғлүмәт биреү һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында тәүлек әйләнәһенә эшләгән ситуацион үҙәк ойошторолған. Республика башлығы хеҙмәттәрҙән көнэлгәре саралар талап итә. Коронавирус инфекцияһы ла төбәктә үтә ҡатмарлы шарттар ҡуйҙы. Радий Хәбиров бөгөндән республикала 65 йәштән өлкәндәрҙең прививка ҡаҙатмағандары өсөн мотлаҡ үҙизоляция иғлан итте. Был төркөмгә хроник сирлеләр ҙә инә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса 12 октябрь иртәһенә Башҡортостанда сир йоҡторғандар һаны 73 мең ярымдан артҡан, тәүлек эсендә 633 кешелә коронавирус табылған. Үлем осраҡтары көн дә арта. Вице-Премьер Максим Забелин сирлеләрҙең 10 проценты балалар, 5 проценты 18 йәштән 25 йәшкә тиклемгеләр, 41 проценты 26-51 йәшлектәр, 20 проценты — 60 йәшкә тиклемгеләр, 19 ярым проценты 60 йәштән өлкәндәр, тип билдәләне. Стационарға 1095 сирле һалынған, алты мең ярым сирле табип кәңәштәрен үтәп өйҙә дауалана. Төбәктә 8 меңдән ашыу инфекцион койка иҫәпләнә. Урындарҙың бары 10 проценты буш. Йоғошло сир таралыуҙы туҡтатыр өсөн төбәктә бер нисә этапта сикләүҙәр индерелде. Республика башлығы контроль идаралығына уларҙың үтәлешен күҙәтергә ҡушты. Сараларҙың һөҙөмтәле икәнен вакцинация темпының артыуы раҫлай. Төбәк бөгөнгә илдә етештерелгән вакцинаның 1 891 848 миҡдарын алған. 12 октябргә прививканың ике компонентын да ҡаҙатҡандар һаны 1 226 813 кеше.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Рәсәйҙә халыҡ иҫәбе алына | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә халыҡ иҫәбе алына

17 октябрҙән ил тарихында тәүге тапҡыр үҙенсәлекле иҫәп алыу башланды – беренсе цифралы. Уның маҡсаты – тотороҡло социаль-иҡтисади үҫеш, дәүләт халҡы мәсьәләләре буйынса программалар эшләү һәм файҙалы планлаштырыу.  Белгестәр фекеренсә, тик халыҡ иҫәбен алыу бер юлы бар һорауҙарға яуап...

15 October 2021
Үҙизоляциялағылар өсөн Координация үҙәге яңынан асыла | ГТРК «Башкортостан»

Үҙизоляциялағылар өсөн Координация үҙәге яңынан асыла

Ғаилә, хеҙмәт  һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү республика үҙәге ҡарамағында Координация үҙәге яңынан эш башлай. Үҙизоляция режимындағы 65 йәштән оло һәм хроник сирле кешеләр 8-800-775-0014 телефоны буйынса ғариза ҡалдыра ала. «Ҡыҙыу линия» буйынса...

15 October 2021
Мәжбүри вакцинациянан баш тартҡандарҙы нимә көтә. Роспотребнадзор иҫкәртеүе.  | ГТРК «Башкортостан»

Мәжбүри вакцинациянан баш тартҡандарҙы нимә көтә. Роспотребнадзор иҫкәртеүе.

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығында мотлаҡ вакцинациялауҙың ваҡыты һәм яңы санитар талаптарҙан баш тартҡан осраҡта нимә көткәнен аңлаттылар. Хәтергә төшөрәбеҙ, 13 октябрҙән республикала граждандарҙың ҡайһы бер категорияларын COVID-19-ҙан мәжбүри вакцинациялау индерелде. Башҡортостандағы...

15 October 2021
Салауат Юлаев һәйкәленә реконструкция яһау буйынса фекерҙәр ҡабул ителә  | ГТРК «Башкортостан»

Салауат Юлаев һәйкәленә реконструкция яһау буйынса фекерҙәр ҡабул ителә

Мәсьәлә тураһында асыҡ осрашыу үткәрергә хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов саҡыра. Был хаҡта ул социалдь селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. 14 октябрҙә «Башҡортостан» ДКЗ-нда үтәсәк осрашыуға ҡыҙыҡһынған һәр кем – йәмәғәтселәр, ғалимдар, эксперттар килә ала.   «Үҙ...

14 October 2021
Смотреть видео Ағас эше | ГТРК «Башкортостан»

Ағас эше

Өфөлә йәшәүсе дизайнер Светлана Першанина ағастан төрлө һындар эшләү менән мауыға. Ижади эштәре менән ул күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Ҡатын-ҡыҙ ни өсөн ағас эшен һайлаған? Аҡ сәскә тотоп торған ҡыҙ һынын Светлана Першанина ярты йыл тирәһе эшләгән. Тәүге ижади эше менән ул Өфөлә үткән төрлө күргәҙмәләрҙә...

14 October 2021
Смотреть видео Дан һиңә, Ватаным  | ГТРК «Башкортостан»

Дан һиңә, Ватаным

4 ноябргә, Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнап Бөтә Рәсәй телерадиокомпанияһы ил халҡына  “Дан һиңә, Ватаным” тип аталған телемарафон әҙерләй. Унда Калининградтан алып Алыҫ Көнсығышҡа тиклем  Рәсәйҙең  бөтә төбәктәре лә ҡатнаша. Һәр телерадиокомпания журналистары үҙ төбәгенең тарихы...

14 October 2021
Смотреть видео Эш хаҡының күп өлөшө йылылыҡ өсөн | ГТРК «Башкортостан»

Эш хаҡының күп өлөшө йылылыҡ өсөн

 Боронғо йорттарҙа йылылыҡты  иҫәпләү ҡоролмалары юҡ. Өфөнөң Ҡулса урамындағы бер йортта йәшәүселәр сентябрь квитанцияларын алып шаҡ ҡатҡан. Өфөнөң Ҡулса урамындағы  64-се  йортта йәшәүселәр   йылылыҡ өсөн юғары хаҡтарға зарлана. Сентябрь квитанцияларын күреп тамам...

14 October 2021
Смотреть видео Өфөлә коронавирус инфекцияһына бәйле хәл борсолоу тыуҙыра | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә коронавирус инфекцияһына бәйле хәл борсолоу тыуҙыра

Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә  Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Дауаханаларға сирҙе ауыр кисергән өлкән йәштәгеләрҙең күпләп мөрәжәғәт итеүе сәбәпле, республикала 65 йәштән өлкәндәргә үҙизоляция режимы...

14 October 2021
Смотреть видео Моталҡ вакцинация | ГТРК «Башкортостан»

Моталҡ вакцинация

Башҡортостан буйынса ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығы коронавирустан мотлаҡ вакцинация үтергә тейешлеләрҙең исемлеген баҫып сығарҙы.  Исемлекте һеҙ әле үҙ экрандарығыҙҙа күрәһегеҙ. Был ҡарарҙың тулы йөкмәткеһе менән идаралыҡтың рәсми сәхифәһендә танышырға мөмкин. Яңы коронавирус...

14 October 2021
Смотреть видео Сикләүҙәрҙе халыҡ нисек ҡабул итә? | ГТРК «Башкортостан»

Сикләүҙәрҙе халыҡ нисек ҡабул итә?

Йоғошло сир таралыуҙы туҡтатыр өсөн төбәктә бер нисә этапта сикләүҙәр индерелде. 12 октябрҙән сауҙа үҙәктәренә инеү өсөн бынан ары вакцина эшләтеү йә иһә яңыраҡ мәкерле сир менән ауырыу тураһында белешмә, шулай уҡ “Госуслуги” ҡушымтаһындағы QR-кодты  күрһәтергә кәрәк.  Һаҡсылар уны махсус...

14 October 2021