Салауат Юлаев һәйкәленә реконструкция яһау буйынса фекерҙәр ҡабул ителә

  • Салауат Юлаев һәйкәленә реконструкция яһау буйынса фекерҙәр ҡабул ителә  | ГТРК «Башкортостан»

Мәсьәлә тураһында асыҡ осрашыу үткәрергә хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов саҡыра. Был хаҡта ул социалдь селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. 14 октябрҙә «Башҡортостан» ДКЗ-нда үтәсәк осрашыуға ҡыҙыҡһынған һәр кем – йәмәғәтселәр, ғалимдар, эксперттар килә ала. 

 «Үҙ сиратымда, мин республика һәм ҡала власть органдары вәкилдәренең ҡатнашыуын тәьмин итергә һүҙ бирәм. Сараға килергә теләһәгеҙ, миңә яҙығыҙ. Һәйкәлдең яҙмышы өсөн янып-көйгән һәм конструктив мөнәсәбәткә әҙер булған һәр кемде көтәбеҙ», — тигән Азат Бадранов.

Вице-премьер фекеренсә, Башҡортостан өсөн Салауат Юлаев тарихи шәхес кенә түгел. Ул республиканың гербында, топонимикала, Өфөнөң иң танылған урынында, яратҡан хоккей командаһы атамаһында исем алған сакраль фигура. Салауат Юлаев Башҡортостан һәм башҡорт халҡы өсөн тәрән һәм фәлсәфәүи мәғәнәгә эйә.

«Салауат Юлаев һәйкәле ил халыҡтарының милли мираҫы. Ул Европалағы иң ҙур һыбайлы скульптура булараҡ билдәле һәм республикабыҙҙың йөҙөн танытҡан символға әйләнгән.

Социаль селтәрҙә таралған хәбәрҙәрҙә властарҙың скульптураға ҡарата мөнәсәбәте тураһындағы уйҙырмалар, бәхәстәр һәм дискуссияларҙы күҙәтеү ныҡ ғәжәпләндерә. Минеңсә, беҙҙең  барыбыҙға ла осрашырға һәм Салауат Юлаев һәйкәлен нисек һаҡлап ҡалыу тураһында фекер алышырға кәрәк», — тип яҙған үҙенең саҡырыу посында Азат Бадранов. Ул осрашыуҙа халҡыбыҙ аҡһаҡалдары Рәшит Закир улы Шәкүров (Рәшит Шәкүр), Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев, Мираҫ Хәмзә улы Иҙелбаев, әҙибә Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева ла ҡатнашһа яҡшы булыр ине тигән.

Коронавирус инфекцияһына бәйле сикләүҙәр ғәмәлдә булғас, «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыр өсөн прививка яһатҡандар һәм быға тиклем ауырығандар тейешле документ күрһәтеп инә аласаҡ.

Читайте нас в Яндекс.Дзен