Мәжбүри вакцинациянан баш тартҡандарҙы нимә көтә. Роспотребнадзор иҫкәртеүе.

  • Мәжбүри вакцинациянан баш тартҡандарҙы нимә көтә. Роспотребнадзор иҫкәртеүе.  | ГТРК «Башкортостан»

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығында мотлаҡ вакцинациялауҙың ваҡыты һәм яңы санитар талаптарҙан баш тартҡан осраҡта нимә көткәнен аңлаттылар. Хәтергә төшөрәбеҙ, 13 октябрҙән республикала граждандарҙың ҡайһы бер категорияларын COVID-19-ҙан мәжбүри вакцинациялау индерелде.

Башҡортостандағы баш санитар табип Анна Козак белдереүенсә, вакцина яһатыу графигын эш биреүсе үҙе төҙөргә тейеш. Прививканың тәүге компонентын 18 ноябргә тиклем ҡаҙатырға, икенсеһен ҡабул итеүҙе 18 декабргә тиклем тамамларға кәрәк. Прививкалар араһындағы мотлаҡ ваҡыт арауығы 21 көн.  Ҡабул ителгән ҡарар милек төрөнә ҡарамай бөтә ойошмаларға ҡағыла. Вакциналанған хеҙмәткәрҙәрҙең өлөшө 80% кимәленә етергә тейеш, тип белдерҙе баш санитар табип.

18 декабрҙән һуң Роспотребнадзор ҡарарҙың үтәлешен тикшерә башлай. Әгәр ҙә талаптар үтәлмәйенсә ҡалып, хеҙмәткәрҙәр вакциналанмаһа, эш биреүсе административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Был осраҡта Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодекстың 2-се өлөшөндәге 6.3 статьяһына ярашлы штраф та түләтелеүе мөмкин.

«18 декабрҙән һуң эш биреүселәргә прививка яһатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе хеҙмәт хаҡы түләмәйенсә эштән бушатыу хоҡуғы бирелә. Кодексҡа ярашлы вакциналауҙан баш тартҡан гражданға 15 меңдән 40 мең һумғаса штраф янай. Юридик шәхестәргә 150  мең һумға тиклем штраф һалына йәки ойошманың эше 90 тәүлеккә тиклем туҡтатыла ала», — тине  Анна Казак.

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы  хеҙмәткәрҙәре документтың үтәлешен күҙәтеүгә ала. Бының өсөн хеҙмәткәрҙәрҙең вакциналаныуы тураһында предприятие-ойошмаларҙан яуап аласаҡ. 

«Беҙ эш биреүселәрҙең аңлы булыуына ышанабыҙ», — тине Анна Казак.

Роспотребнадзор башлығы был сараларҙың төбәктә яңы коронавирус инфекцияһына бәйле эпидемиологик хәлдең тотороҡһоҙлоғо һәм халыҡтың сәләмәтлегенә хәүеф янауы менән аңлатыла, тип белдерҙе. 

«Һуңғы ике аҙнала вакцинация темпы кәмене, шул уҡ мәлдә ауырыусылар һаны артты. Вакциналауҙың кәмеүе дәүләт органдарын бындай документ сығарырға мәжбүр итте», — тине табип.

Был талаптар граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын боҙмаймы, тигән һорауға, ведомство етәксеһе «Конституция бер юлы бөтә дәүләтте һаҡлай» тип белдерҙе: 

«Пандемия хәүефе булғанда дәүләт нормалары ла үҙгәрә. Хәҙер дәүләт ҡарамағына халыҡтың социаль именлеген һаҡлау инә. Был осраҡта күләмле сикләүҙе ҡабул иткән закондар эшләй башлай».

Подпишитесь на нас в Google Новости