Рәсәйҙә халыҡ иҫәбе алына

  • Рәсәйҙә халыҡ иҫәбе алына | ГТРК «Башкортостан»

17 октябрҙән ил тарихында тәүге тапҡыр үҙенсәлекле иҫәп алыу башланды – беренсе цифралы. Уның маҡсаты – тотороҡло социаль-иҡтисади үҫеш, дәүләт халҡы мәсьәләләре буйынса программалар эшләү һәм файҙалы планлаштырыу.  Белгестәр фекеренсә, тик халыҡ иҫәбен алыу бер юлы бар һорауҙарға яуап бирерҙәй коллектив портрет яһарға булышлыҡ итә.

Мәғлүмәт туплар өсөн халыҡ иҫәбен алыусылар Башҡортостандағы кеше йәшәгән йә йәшәүе ихтимал 1,9 миллион торлаҡ урындарын урап үтергә ниәтләй.  

Һорауҙарҙың 80 проценты ғәҙәти. Иҫәп алыу биттәре бер кампаниянан икенсеһенә ҡабатланып килә, сөнки ул социаль-демографик тасуирлама.  Был йорт хужалығы составы, енес, йәш, ғаилә хәле, белем кимәле, гражданлыҡ, тыуған урын тураһында һорауға яуаптар. Телдәр белеү һәм уларҙы ҡулланыу тураһындағы һорауҙарға айырым блок бирелгән. Сираттағы блокта милләт тураһында мәғлүмәттәр алына. Халыҡ мәшғүллеге айырым блокта – бында кешеләрҙең иҡтисади әүҙемлеге иҫәпкә алына. Йәнә бер нисә һорау күсенеп йөрөү, шул иҫәптән хеҙмәт урынын алмаштырыу маҡсатында күсенеп йөрөүгә ҡағыла. Башҡортостанстаттың халыҡ һәм һаулыҡ һаҡлау статистикаһы бүлеге етәксеһе Ирина Үтәшева белдереүенсә, бар мәғлүмәт респонденттың һүҙенән сығып теркәлә. Халыҡ иҫәбен алыусыға һис ниндәй документ күрһәтеү мотлаҡ түгел.

Хәбәр ителеүенсә, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу цифра технологияларын ҡулланып 2021 йылдың 15 октябренән 14 ноябренә тиклем ойошторола.  Төп яңылыҡ – кеше «Госуслуги» порталында халыҡ иҫәбен алыу талап иткән бар һорауҙарға яуапты үҙ-аллы яҙып тапшыра ала.

Торлаҡты урап үткәндә халыҡ иҫәбен алыусылар махсус программа тәьминәтле планшет файҙаланасаҡ. МФЦ офистары һәм башҡа урында яҙылыу участкаларында ла иҫәп алыу барышында ҡатнашырға мөмкин. Башҡортостанда барыһы 1235 иҫәп алыу участкаһы асыҡ, улар халыҡты сәғәт иртәнге туғыҙҙан киске һигеҙгә тиклем ҡабул итә. Иҫәп алыу пункттарының адресы һәм эш ваҡыты тураһында мәғлүмәт Башкортостанстат сайтында бар. Халыҡ иҫәбен алыусылар иһә һорауҙарға яуап алыу маҡсатында йорттарға сәғәт иртәнге һигеҙҙән төнгө унға тиклем килә ала. Башҡортостан халҡы иҫәбен алыу менән 7431 иҫәп алыусы һәм 1235 контролёр шөғөлләнә.

Подпишитесь на наш Telegram-канал