Шәмбе вакцина ҡаҙатыу буйынса рекорд күрһәткән

  • Шәмбе вакцина ҡаҙатыу буйынса рекорд күрһәткән | ГТРК «Башкортостан»

Коронавируслы инфекцияға ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын ҡабул иткән кешеләрҙең һаны миллион ярымға яҡынлаша.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә 16 октябрҙә республикала COVID-19-ға ҡаршы прививка яһатҡандар һаны рекорд иҫәбенә тиң, тип белдерҙе. Бер көндә вакцина һалдырғандар һаны 40 321-гә еткән, уларҙың 27 045-е тәүге компонентты ҡаҙатҡан.

 

Шәмбе йомғаҡтарын иҫәпкә алғанда төбәктә 1 422 447 кеше вакцинаның беренсе өлөшөн ҡабул иткән. Ике компонентты ла ҡаҙатҡандар һаны 1 259 376 кеше.

Сир таралыу күләмдәре сәбәпле Башҡортостанда вирусҡа ҡаршы көрәш көсәйтелде. Айырым ойошма-предприятиеларға инеү өсөн вакцинациялау тураһында белешмә кәрәк, 65 йәштән өлкәндәргә мотлаҡ үҙизоляция индерелде, сикләүҙәрҙең 18 октябрҙә башланған сираттағы этабында матурлыҡ, сәләмәтлек, физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәр алғанда ла белешмә ҡағыҙҙарын күрһәтеү мотлаҡ.

Читайте нас в Яндекс.Дзен