Власть үҙ эшен башҡара

  • Власть үҙ эшен башҡара | ГТРК «Башкортостан»

Указда билдәләнгән талаптар үтәлергә тейеш. Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә социаль селтәрҙәрҙә таралған видеояҙмаларға бәйле үҙ фекерен белдерҙе. — Полиция ла, власть та үҙ эшен башҡара, тине төбәк башлығы.

Башҡортостан халҡының 50 проценттан ашыуы коронавирустан прививка эшләткән. Әле 1 миллион 250 меңдән ашыу кеше вакциналауҙы тулыһынса тамамлаған. Коллектив иммунитет булһын өсөн, кешеләрҙең 80 проценты прививка эшләтергә тейеш. Республикала “Юғары әҙерлек” тәртибе указына үҙгәреш индерелде. Шуға бәйле, халыҡ араһында төрлө һорауҙар тыуа. Республикаға идара итеү үҙәгенә коронавирустан вакциналау мәсьәләһе буйынса 3 мең ярымдан ашыу мөрәжәғәт килгән.

Читайте нас в Яндекс.Дзен