Иҫәп алыусылар эш башланы

  • Иҫәп алыусылар эш башланы | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөндән иҫәп алыусылар адрестар буйлап йөрөй башлай. Һәр өйҙә һорауҙарға яуап алыу маҡсаты ҡуйылған. Шул уҡ ваҡытта стационар участкалар ҙа эшләй, уларҙың исемлеге һәм эш ваҡыты менән район-ҡала хакимиәттәренең рәсми сайттарында танышырға мөмкин. 8 ноябргә тиклем Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашырға мөмкин. Программала 33 һорау. Анкетала исем-шәриф, тыуған йыл, йәшәү урыны тураһында мәғлүмәт, ғаилә ағзалары һанын белешеүҙән тыш, килем, йорт-хужалыҡ һәм тормош шарттарына ҡағылышлы һорауҙар тупланған.

Хәтергә төшөрәбеҙ, үткән аҙнала илдә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына старт бирелде. Ул 14 ноябргә тиклем дауам итә.

Подпишитесь на наш Telegram-канал