242 мәктәп COVID-19 карантинында

  • 242 мәктәп COVID-19 карантинында  | ГТРК «Башкортостан»

БР Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Роспотребнадзорҙың төбәк етәксеһе Анна Казак белдереүенсә, Башҡортостанда 242 мәктәп COVID-19 карантинында ҡала. 

«Дөйөм урта һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларында сирлеләр һаны арта бара. Бөгөнгә 242 мәктәп карантинға ябылған, был 543 класс тигән һүҙ. Коронавирус инфекцияһы 222 һөнәри уҡыу йортонда теркәлгән», — тине баш санитар табип.

Ведомство әлегә тиклем хәбәр итеүенсә, әгәр ҙә биш кешенән артыҡ сирле теркәлһә, класс карантинға оҙатыла. Роспотребнадзор талабы буйынса класс 14 көнгә дистанциялы уҡыуға күсерелә.

Читайте нас в Яндекс.Новостях