Аҙыҡ-түлеккә хаҡ арттырыу күҙәтеүгә алынды

  • Аҙыҡ-түлеккә хаҡ арттырыу күҙәтеүгә алынды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда социаль әһәмиәткә эйә аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың нигеҙһеҙ артыуын күҙәтеүсе эшсе төркөм ойошторолдо. Был хаҡтағы ҡарарға республиканың премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған. Документ хоҡуҡ мәғлүмәттәре порталына һалынған. 

Эшсе төркөмгә ауыл хужалығы, сауҙа һәм хеҙмәттәр министрҙары, монополияға ҡаршы Федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе, Йәшелсәселәр берлеше, Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы рәйестәре ингән. Уларға республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов етәкселек итәсәк.

Башстат мәғлүмәте буйынса йыл башынан төбәктә картуфҡа хаҡ 20,4 процентҡа, йәшелсәгә 46 процентҡа артҡан. Аҙыҡ-түлеккә хаҡты дөйөм алғанда 3,7 процентҡа күберәк түләргә кәрәк.

Подпишитесь на наш Telegram-канал