Башҡортостанда фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы күләме арта

  • Башҡортостанда фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы күләме арта | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров  Финанстар министрлығына фән һәм техника өлкәһендә шөғөлләнгән йәш ғалимдарға дәүләт премияһы күләмен арттырыу мәсьәләһен хәл итергә ҡушты. 

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Республикаһында фән һәм техника өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн дәүләт премияһы һәр береһе 500 мең һумдан өсәү итеп ике йылға бер тапҡыр тапшырыла. Ул тәбиғи, техник һәм гуманитар фәндәрҙе үҫтереү маҡсатында фәнни эҙләнеүҙәр, иҡтисад һәм социаль даирәләрендә инновацион үҫешкә килтергән яңы техник һәм прогрессив технологиялар уйлап тапҡан өсөн бирелә. 

 

Ошо көндәрҙә төбәктең 12 ғалимы премияның 2021 йылғы лауреаты тип танылды.

«Беҙ фән һәм техника үҫеше яҡлы. Ошо уңайҙан киләһе йылдан беҙ дәүләт премияһын арттырып, уны йыл һайын тапшырырбыҙ тип уйлайым. Был беҙҙең ғалимдарға яҡшы ярҙам буласаҡ», — тине Радий Хәбиров.

Подпишитесь на нас в Google Новости