Башҡортостанда тағы ла 1 млн кешегә прививка кәрәк

  • Башҡортостанда тағы ла 1 млн кешегә прививка кәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Республикала яңы коронавируслы инфекцияға ҡаршы һөҙөмтәле көрәш өсөн 2 484 000 кешене вакциналарға кәрәк. Был турала бөгөнгө оператив кәңәшмәлә БР хөкүмәте вице-премьеры – республиканың һаулыҡ һаҡлау министры белдерҙе.

Максим Забелин һүҙҙәренә ярашлы, төбәктә прививка яһатмаған граждандарға коронавирусҡа ҡаршы яңы сикләүҙәр ҡулланғас вакцина ҡаҙатырға теләгәндәр һаны артҡан. 16 октябрҙә рекорд күрһәткескә — 40 321 кешенең COVID-19-ҙан прививка яһатыуына өлгәшелгән.

Министр белдереүенсә, бөгөнгә республикаға 1 910 мең доз вакцина килтерелгән, беренсе компонентты 1 436 мең кеше яһатҡан, вакцинацияны тулыһынса 1 260 мең кеше үткән.

Тик вирус менән һөҙөмтәле көрәш өсөн был ғына аҙ, тағы ла 1 миллионға яҡын кешене вакциналарға кәрәк.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса, 18 октябргә төбәктә 77 473 кеше яңы коронавируслы инфекцияны йоҡторған, уларҙың 660-да сир һуңғы тәүлектә асыҡланған. 67 113 пациент һауыҡҡан, һуңғы тәүлектә — 294 кеше.

Дауаханаларға 7 138 пациент дауалана, 52-һе ауыр хәлдә, 16 кеше яһалма һулыш аппаратына мохтаж.

Подпишитесь на нас в Пульс