Һыуытып ҡар ятасаҡ

  • Һыуытып ҡар ятасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда был  аҙнала ҡапма-ҡаршылыҡлы һауа торошо көтөлә. Синоптиктар фаразлауынса, аҙна уртаһына көндәр һалҡын һауа массаһы йоғонтоһонда ҡала.  Урыны менән бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ, республиканың көнсығышында  яуым-төшөм көслө булмаясаҡ. Юлдарҙа төндә һәм иртәнсәк боҙлауыҡ көтөлә. Айырым таулы райондарҙа ваҡытлыса ҡар ятыуы көтөлә. Һауа  температураһы 21 октябргә ҡарата  төндә -2…-7 градусҡа тиклем төшә, урыны  менән 2 градус йылы, көндөҙ иһә 0…+5 градус.

Аҙна аҙағында республика биләмәһенә йылы фронт күсә. Һауа температураһы норманан 4-6 градусҡа юғары буласаҡ.

Читайте нас в Яндекс.Дзен