“Мираҫ” юбилей миҙгелен аса

  • “Мираҫ” юбилей миҙгелен аса | ГТРК «Башкортостан»

21 октябрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында танылған бейеү һәм йыр ансамбле 30-сы юбилей миҙгелен асыу тантанаһына саҡыра.

Коллектив Башҡортостан ғына түгел, Рәсәй һәм донъя сәхнәләрендә уңышлы концерт эшмәкәрлеген алып бара. Артистар тамашасыны башҡорт милли мәҙәниәте менән генә таныштырып ҡалмай, йыл һайын үҙенең бай репертуарын донъя халыҡтарының йыр һәм бейеү өлгөләре менән байыта.

Юбилей миҙгелендә “Мираҫ” Башҡортостан ҡала-райондары, Рәсәй һәм сит илдәргә гастролдәр менән сығырға ниәтләй. Коллектив Оман солтанатына саҡырыу алған, артистар был дәүләттә Рәсәй Федерацияһын танытырға әҙерләнә. Тәүге гастролдәр менән Ярославль ҡалаһына барып «Все мы – Россия» фестивалендә ҡатнашыу һәм Вологдала Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан сығыш яһау планлаштырыла. Ноябрь айында “Мираҫ” Ырымбур өлкәһендә сығыштар яһарға һәм ХМАО-Юграның Белоярск ҡалаһында «Сияние севера» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашырға әҙерләнә. ⠀

Юбилей миҙгелендә ансамбль тамашасыларҙы премьералар менән һөйөндөрөргә йыйына. Программала шулай уҡ тамашасы күптән яратып ҡараған «Йыуаса», «Башҡорт балы», «Аманат», «Илкәйем» һәм башҡа композициялары бар.

Ҙур концерт 21 октябрҙә сәғәт киске етелә Ҡала мәҙәниәт һарайында башлана. Эпидемиологик хәлдең киҫкенләшеүе сәбәпле тамашасыларҙан коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатыу тураһында QR-код йәки үткән ярты йылда сир үткәргән турала табип белешмәһе һорала.  

Подпишитесь на нас в Пульс