Рәсәй хөкүмәте илдә оҙайлы ял көндәре иғлан итергә теләй

  • Рәсәй хөкүмәте илдә оҙайлы ял көндәре иғлан итергә теләй | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй хөкүмәте вице–премьеры Татьяна Голикова коронавирусҡа бәйле хәлде иҫәпкә алып 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ял итергә тәҡдим итте. Ошо уҡ арауыҡта хеҙмәткәрҙәргә вакцина яһатыр өсөн ике көн бирергә лә тәҡдим ителә. Был хаҡта Рәсәйҙең мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәр итә.

Голикова фекеренсә ҡайһы бер төбәктәрҙә эридемиологик хәлде иҫәпкә алып ялды 23 октябрҙән үк индерергә кәрәк. 7 ноябрҙән һуң объекттарға QR-код буйынса ғына индереүҙе ойошторорға.

Премьер-министр Михаил Мишустин ял көндәре иғлан итеү тәҡдиме менән риза. Ул вице-премьерҙарға ял көндәрендә бизнесҡа нисек ярҙам итергә була тип тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушҡан. 

Читайте нас в Яндекс.Дзен