Сертификатһыҙ ҡайҙа барырға ярай

  • Сертификатһыҙ ҡайҙа барырға ярай  | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығында үткән брифингта QR-коды булмағандарға баҙар һәм һөт кухняларына барыу ҡағиҙәләре тураһында аңлатма бирелде.  

Республика сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының юридик бүлеге етәксеһе Сергей Таһиров Башҡортостан башлығының указында кеше күпләп йөрөгән Сауҙа Үҙәктәре, Сауҙа-Күңел асыу Комплекстары, Сауҙа Комплекстары һәм Сауҙа-Сервис Комплекстары тураһында һүҙ бара, тип белдерҙе. Сергей Таһиров “Республикала 40-тан ашыу ваҡлап һатыу баҙары бар, уларға сикләү ҡағиҙәләре ҡағылмай, “- тип билдәләне. Объект баҙар формаһында эшләһә, унда вакцинация тураһында сертификаты булмағандар ҙа үтә ала.  

ЦУР хеҙмәткәре Алиса Шәмсетдинова Өфөләге “Свердловский” биләмәһендә һөт кухняһы урынлашҡан берҙән-бер Сауҙа Үҙәге, ә һөт кухняһына үтер өсөн сикләүҙәр юҡ, медотводлы әсәләргә бары Сауҙа Үҙәгенә үткәндә ҡамасау ҡорола, тип белдерҙе.

Сергей Таһиров “Был сауҙа үҙәгенә ингәндә һөт кухняһы хеҙмәтен файҙаланыусы картаһын күрһәтергә һәм ковидҡа ҡаршы сикләү сараларын үтәргә генә кәрәк, “ – тип аңлатты.  Һөт кухняһына үтер өсөн вакцинация тураһында QR-код талап ителмәй.

Подпишитесь на нас в Google Новости