Прививка ҡаҙатмаған депутатты ултырыштарға үткәрмәүҙәре ихтимал

  • Прививка ҡаҙатмаған депутатты ултырыштарға үткәрмәүҙәре ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан прививка яһатмаған депутаттарҙы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың ултырыштарына үткәрмәүҙәре ихтималлығы тураһында парламент рәйесе Константин Толкачев белдерҙе.

«110 депутаттың 67-һе коронавируслы инфекцияны үткәргән. 88 кеше, йәғни 80% прививка яһатҡан. 22 кеше — 20%, — вакциналанмаған, тине парламент спикеры. — Улар араһында ете кешенең сирҙе үткәргәненә алты ай тулмаған, дүрт кешегә прививка яһау тыйылған.  Сираттағы ултырышта мин исем-шәрифтәрҙе әйтергә мәжбүрмен. Әгәр ҙә һеҙ тормош ҡуйған талаптарға яуаплы ҡарай алмайһығыҙ икән, беҙ һеҙҙең асыҡлыҡты сикләү тураһында хәстәрлек күрергә мәжбүр булабыҙ», тине ул.

Константин Толкачев шулай уҡ эпидемиологик хәлдең киҫкенләшеүенә баҫым яһап, депутаттарҙы яуаплы булырға һәм нигеҙһеҙ вакцинофобияны пропагандалауҙан алыҫ торорға өндәне.   

Подпишитесь на наш Telegram-канал