Кремль диуары кителгән

  • Кремль диуары кителгән | ГТРК «Башкортостан»

Көслө дауыл Мәскәү Кремле диуарынан төҙөлөш баҫҡыстарын осороп алып киткән. Мәғлүмәт сығанаҡтары был ваҡиғаның видеокүренешен тарата. Кадрҙарҙан күренеүенсә, ҡоролмалар ҡолап селпәрәмә килә.    

Кремль диуарының сығынтыһы зыян күргән.

Көнэлгәре Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы секундына 20 метр тиҙлектә иҫкән көслө ел хәүефе тураһында иҫкәрткәйне. Мәскәүҙең ҡала хеҙмәттәре дауыл сәбәпле юғары әҙерлек тәртибендә эшләй.

22 октябрҙә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан бүлексәһе лә республика халҡын дауыл ихтималығы тураһында иҫкәртте. Елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе ихтимал. Иғтибарлы булығыҙ.

Подпишитесь на нас в Google Новости