Оператив штаб мәғлүмәттәре

  • Оператив штаб мәғлүмәттәре | ГТРК «Башкортостан»
Үткән тәүлектә ПЦР тестың ыңғай күрһәткесен алғандар һаны 673 кеше

Башҡортостанда коронавируслы инфекцияны тағы ла 673 кеше йоҡторған. Үткән тәүлектә ПЦР тестың ыңғай күрһәткесен алғандар һаны быны дәләилләй. Пандемия башынан алып иҫәпләгәндә сир йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 101 677 кеше.

Оператив штаб мәғлүмәттәре буйынса сирлеләрҙең 89,04 проценты һауыҡҡан. Кисәнән алып 672 пациент эшкә яраҡһыҙлыҡ танытмаһын яптырған.

Коронавируслы инфекция сәбәпле 3 316 сирле вафат булған. Үткән тәүлектә 37 кеше үлгән. Республика буйынса үлем күрһәткесе 3,26%.

Подпишитесь на нас в Google Новости