3700 урынлыҡ түләүле туҡталҡа төҙөлә

  • 3700 урынлыҡ түләүле туҡталҡа төҙөлә | ГТРК «Башкортостан»
Башҡортостандың башҡалаһы үҙәгендә автомобилдәр өсөн ҙур түләүле туҡталҡа 2022 йылда төҙөлә башлай.

Был турала ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков 23 ноябрҙә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Туҡталҡа 3700 автомобиль урынына иҫәпләнгән.

Мәсьәлә буйынса Мәскәүҙә үткән «Транспорт аҙнаһында» фекер алышылған.

«Парковка урындағы халыҡ та, Өфөгә килгән ҡунаҡтар өсөн дә уңайлы булыр, тип ышанам. Улар теләгән ваҡытта башҡала үҙәгендә теләгән урында машинаһын ҡалдыра аласаҡ», — тине Сергей Греков.

Башҡала мэрияһы башлығы Радий Хәбировтың йөкләмәһенә ярашлы декабрь айына ҡала маршруттарында «ПАЗ» маркалы автобустар ҡалмаҫҡа тейешлеген дә хәтергә төшөрҙө.

Ошо уңайҙан Өфө етәкселеге Мәскәүҙәге хеҙмәттәштәре менән башҡала транспорт инфраструктураһынан башҡа автобустар тапшырыу тураһында килеште.  

Подпишитесь на наш Telegram-канал