«Спутник Лайт» вакцинаһы килтерелде

  • «Спутник Лайт» вакцинаһы килтерелде | ГТРК «Башкортостан»
Башҡортостан «Спутник Лайт» вакцинаһының ҙур паритяһын алды. Яҡын арала вакцинация пункттарына препараттың 78 мең 600 миҡдары таратып биреләсәк.

Төбәк һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, «Спутник Лайт» элек прививка яһатҡан йәиһә сир үткәргән 18-ҙән 60 йәшкә тиклемге пациенттарға ҡаҙала. Ҡайһы вакцинаны ҡаҙарға медицина хеҙмәткәре хәл итә.

Бөгөнгә Башҡортостанда вакцинаның беренсе компонентын 1 903 967 кеше һалдырған (вакциналарға тейеш халыҡтың 76,6%, өлкән кешеләрҙең 61,3%). Вакцинацияны тулыһынса 1 634 096 кеше үткән (вакциналарға тейеш иҫәптең 65,8%, ололарҙың 52,6%), шуларҙың 182 816-һы «Спутником Лайт» ҡаҙатҡан.

Подпишитесь на нас в Пульс