Европала коронавирустың бишенсе тулҡыны башланыу тураһында хәбәр ителә

Европала коронавирустың бишенсе тулҡыны башланыу тураһында хәбәр ителә

Ә бына Рәсәйҙә мәкерле сир йоҡтороу осраҡтары яйлап ҡына аҙая. Белгестәр быны вакцинацияның әүҙемлеге менән аңлата. Пандемия башланғандан алып илдә 265 мең 336 кеше һәләк булған. Башҡортостандар һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡтороуҙың 673 осрағы теркәлгән. 37 кешенең ҡүмере өҙөлгән. Вакцинаның беренсе компонентын алыусылар 1 миллион 900 мең самаһы, тулыһынса тамамлаусылар 1 миллион 634 меңдән ашты.  1 декабрҙән республика ҡунаҡханаларына коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үтеү тураһында сертификат, алты ай эсендә COVID-19 менән ауырыу йә иһә прививка яһатырға ярамауы хаҡында медицина белешмәһе менән генә урынлашырға мөмкин.

Подпишитесь на наш Telegram-канал