Михайловка ауылы халҡы һыуһыҙ интегә

Михайловка ауылы халҡы һыуһыҙ интегә

20 йылға яҡын 300-ләгән йорт  эсәр һыу ғына түгел, ә ҡулланыу һәм баҡсаға һибеү өсөн дә һыуҙы ҡырҙан ташый. Беҙҙең хәбәрселәр Михайловка ауылында йәшәүселәр менән осрашты. Баҡтиһәң, был мәсъәлә буйынса уларҙың беренсе генә йыйылышы түгел икән. Өфө районы хакимиәте, Өфө водоканал ойошмаһына мөрәжәғәттәр яуапһыҙ ҡала. Халыҡ мәсъәләнең сиге барына ышана һәм уны хәл итеү маҡсатында ойоша башлаған. Хәмзиндар ғаиләһе 2003 йылда Михайловка ауылында йорт төҙөй һәм бер юлы ҡойо ла ҡаҙый. 2010 йылға тиклем күрше тирәләр ҙә тап ошо ҡойонан һыу ташый. Ҡыш көнө ихаталағы ҡар ҙа ҡәҙерле, йәйен иһә ямғыр һыуы менән ҙур бак тултырылып ҡуйыла.1 мунса яғыр өсөн 100-гә яҡын һауыт тултырып ҡар иретергә тура килә.  Ҡулланыу өсөн һыуҙы һатып алалар. Трактор бер йортҡа 4 кубометр тирәһе һыу ҡалдыра. Бының өсөн махсус система ла төҙөлгән.   Михайловка ауылында һыу мәсъәләһен күтәреп, халыҡ әллә күпме йыйылыш ойоштора, Өфө районы хакимиәтенә, ауыл советына, идарасы компанияға һәм башҡа ойошмаларға хаттар яҙа, әммә һөҙөмтәһеҙ. Күптәренә күсеп китергә лә тура килә, әммә йылдар буйына йыйылған мөлкәтте һәр кем ҡалдырып китә алмай. Михайловка ауылында йәшәүселәрҙең осрашыу урыны. Көйәнтәләп түгел, машиналарға канистр, балондар тултырып сиратҡа торорға тура килә, ҡайһы берҙә бер кешегә колонканан ярты сәғәт буйына һыу тултырырға тура килә. Раушания иптәше вахта менән 1 айға эшкә киткәндә 10-15 литрлы балондарға һыу тултырып, өйгә үҙе ташый. Михайловка ауылындағы йорттарҙың ҡайһы берҙәрендә шулай ҙа һыу өйгә тиклем үткән. Ауылдың төнъяҡ өлөшө Покровский һыу алыу ҡоролмаһына ҡасан тоташтырылыуы әлегә билдәһеҙ. Һыу менән тәъмин итеү селтәре төҙөлөшө тамамланған һәм йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырылыуы ихтимал.Ә йорттарға ҡасан һыу индереләсәк, был һорауға аныҡ ҡына яуап юҡ. Оҙаҡ йылдар һыу көтөп арыған Михайловка ауылында йәшәүселәр прокорутатураға мәрәжәғәт әҙерләгән.

Подпишитесь на нас в Google Новости