Мөмкинлектәр сикле түгел

Мөмкинлектәр сикле түгел

Өфөнән Артем Бондаренко ҡаяға үрмәләү буйынса төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашып призлы урындар яулай. Ул күҙҙәре насар күреүселәр араһында донъя ярыштарында ҡатнашырға ла хыяллана. Тормош һынауҙар ҡуя тора, беҙ уларҙы еңә торабыҙ, ти егет. Артемды тренеры Тимур ишек алдынан уҡ ҡаршы ала.  Бер аҙ аралашҡандан һуң, ике сәғәтлек күнекмә. Хоҙай Артемды күреү һәләтенән мәхрүм итеп  ихтыяр көсө, рух ныҡлығы менән бүләкләгән. Егет үҙен спортта тапҡан. Ул Башҡортостанда һуҡырҙар һәм насар күреүселәр араһында берҙән-бер ҡаяға үрмәләүсе. Башҡортостанда быға тиклем  мөмкинлектәре сикләнгән егет-ҡыҙҙар араһында ҡаяға үрмәләү буйынса секция булмаған.  Бынан 6 йыл элек Артемдың тренеры Тимур Әбдрәшитов бер төркөм инвалид балаларҙы йыйып, улар менән ныҡлы шөғөлләнә башлай. Әлеге көнгә  юғары күрһәткестәргә Артем ғына өлгәшкән. Дзюдо, шашка, шахмат, теннис, йөҙөү. Еңел атлетика… Артемдың яратҡан спорт төрҙәре бихисап. Ул үҙен төрлө өлкәләрҙә һынап ҡараған. Шулай ҙа ҡаяға үрмәләү иң күңелгә ятышлыһы, ти спортсы. Ҡатмарлы трассаларҙа уға тиңдәр юҡ.  Артем иң юғары нөктәгә бер-нисә секунд эсендә менеп етә. Артем аҙнаһына 3 көн шөғәллләнә. Бер күнекмә  2 сәғәт дауам итә. Ҡаяға үрмәләү  сикһеҙ түҙемлек, ихтыяр көсө һәм  таҫыллыҡ талап итә. Тырышлыҡ үҙ һөҙөмтәһен бирә.  Быйыл йәш спортсы адаптив ҡаяға үрләү буйынса Рәсәй чемпионатында ҡатнашып 4-се урын яулаған.  Егет  яулаған уңыштары менән генә сикләнергә уйламай. үҙ хыялдарына ҡарай ышаныслы аҙымдар менән үрмәләй. Ә был яғымлы тауышлы ҡыҙ Софья, Артемдың бер туған һеңлеһе. Күҙҙәрҙең насар күреү һәләте уға ла күскән. Әммә был кәмселек   ҡыҙға тулы тормош менән йәшәргә ҡамасауламай.   11 йәшлек Софья  бала саҡтан йөҙөү менән шөғөлләнә, инглиз телен төплө өйрәнә,  гөлдәр  үҫтерергә ярата, һыу аҫты донъяһы менән ҡыҙыҡһына. Киләсәк тормошон ҡыҙ  йыр сәнғәте менән бәйләргә хыяллана. Артем менән Софья  эргәһендә дәртләндереүсе, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кешеләре бар. Балалар бар яҡлап үҫешһен, башҡаларҙан үҙҙәрен бер ҙә кәм тоймаһын тип ата-әсә бөтә көсөн һала.Мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.  Иң мөһиме күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә, алға маҡсаттар ҡуйып йәшәргә кәрәк, тигән фекерҙә Артем менән Софья.  

Подпишитесь на нас в Пульс