Беҙҙең заман геройҙары

Беҙҙең заман геройҙары

Табиптар, әлбиттә, үҙҙәрен бер ҙә герой, тип һынамай. Улар үҙ эшен намыҫлы башҡара. Хәбәрсебеҙ Алһыу Суфиянова республика онкология диспансерының эндоскопия бүлегендә эшләгән медицина белгестәре менән осрашты. Пандемия уларҙың эш барышына нисек йоғонто яһаған? Процедура алдынан табип әңгәмә үткәргәс кенә, гастроскоп ярҙамында пациенттың ашҡаҙан һәм эсәк юлының өҫкө өлөшөн тикшерә. Эндоскопист өсөн был ябай диагностика. Юлия Юрьевна, бынан тыш, көнөнә тағы ла 6-7 ҡатмарлы операция башҡара. Юлия Юрьевна үҙ эше өсөн генә түгел, шулай уҡ  республика онкология диспансерының эндоскопия бүлегендә эшләгән хеҙмәттәштәре өсөн дә яуаплы. Башҡортостандың штаттан тыш баш эндоскописы 21 йыл үҙ һөнәренә тоғро һәм шуның 5 йылында мөдир вазифаһын башҡара. Эндоскопия бүлегендә 27 хеҙмәткәр эшләй. Республика онкология диспансерына йүнәлтмә буйынса тикшеренеү өсөн генә түгел, күпселек яман шеш сиренә дусар булған пациенттар килә. Эш өҙлөкһөҙ бара. Пандемияға бәйле шарттар үҙгәрмәй.  Шулай ҙа табиптар һәр ваҡыт һаҡта һәм санитар талаптарҙы теүәл үтәй.Пандемия осоронда пациенттарҙы айырыуса эндоскоптарҙың нисек эшкәртелеүе борсой. Табиптар билдәләүенсә, медицина ҡорамалдары һәр ваҡыттағыса ентекле дизинфекция үтә. Онкология диспансерының эндоскопия бүлегендә бөтә кабинеттар ҙа яңы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Улар ярҙамында яман шеш сирен тәүге стадияла уҡ асыҡларға мөмкин.Табиптар билдәләүенсә, үҙизоляция мәлендә генә пациенттарҙың һаны бер аҙ кәмей. Короновирус менән зарарланырға ҡурҡып, ҡайһы берҙәр тикшеренеүҙе кисектерә. Тажлы сирҙән тыш, ҡыҙғанысҡа, башҡа сирҙәр ҙә бар. Ваҡытында диспансеризация, тикшеренеү үтеү мөһим, ти онкология диспансерының медицина белгестәре.

Подпишитесь на нас в Google Новости