Йорт емерелә

Йорт емерелә

Йәрмәкәй районы Түбәнге Оло-йылға ауылында йәшәүсе Игнатьев-Гусаровтар тураһында бихисап матбуғат саралары яҙып сыҡҡайны. Ғаилә 4 бала тәрбиәләй, өс туған инвалид-ағаһын опекунлыҡҡа алған, үҙҙәре һәм балаларының да инвалидлығы бар. Улар бер-нисә йыл инде торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тора, әммә мәсьәлә әле һаман хәл ителмәй. Быйыл йәй өйҙөң түбә таҡтаһы емерелеп төшкән. Йорт хужаһы кәртәнән иҫке таҡталарҙы алып эшләп ҡуйған, ҡуйыуын. Әммә башҡа проблемалар ҙа бар. Бүрәнәләре серегән һәм һыланған балсығы аҡтарыла. Ата-әсә тишек-тошоҡты сепрәк менән тығып, таҡта менән ҡатып маташа, ләкин ел уйнауын дауам итә. Йортҡа ярты быуаттан ашыу элек нигеҙ һалынған. Бында ваҡытында туғандары йәшәгән. Үҙҙәренең өйө лә авария хәлендә һәм йәшәрлек түгел. Ата-әсә 4 бала тәрбиәләй, ғаилә башлығы, улы һәм опекунлыҡҡа алған ағаһы – инвалид. Ғаилә инде 10 йылдан ашыу авариялы торлаҡтан яңы өйгә күсә алмай. 2019 йылда суд Игнатьев-Гусаровтарҙы яҡлап ҡарар сығара. Уға ярашлы, ауыл биләмәһе хакимиәте ғаиләгә социаль ҡуртымға фатир бүлергә тейеш. Әммә суд ҡарары әле һаман үтәлмәгән. Альбина Игнатьева йыл һайын ярҙам һорап ауыл биләмәһе хакимиәте, район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. Тик закон буйынса торлаҡты ремонтлауға аҡса бүленмәй. Донъялар үҙгәреп киткәс, Игнатьев-Гусаровтарҙың проблемаһына юғары кимәлдә иғтибар итәләр һәм мәсьәлә урынынан ҡуҙғала тиерлек. Район хакимиәтенән яңы йорт һатып алыу өсөн аҡса ла бүленгән. Ләкин икенсе проблема килеп тыуған. Бындай йорт тураһында “Тыштан ялтырап, эстән ҡалтырап” тора тиҙәр. Быйыл ҡышты ныҡ һыуыҡ килә тиҙәр. Ғаилә һалҡындарҙы нисек үткәрер, һорау асыҡ ҡала.

Читайте нас в Яндекс.Дзен