Баш федераль инспектор Алексей Касьянов йәштәр менән осрашты

Баш федераль инспектор Алексей Касьянов йәштәр менән осрашты

Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов йәштәр менән осрашты. Ул Волга буйы федераль округы проекттарында әүҙем ҡатнашҡан егеттәр, ҡыҙҙар һәм уларҙың етәкселәренә рәхмәт хаттары тапшырҙы. Залда Волга буйы федераль округының интеллектуаль олимпиада еңеүселәре, “Театраль Волга буйы” проекты резиденттары – Башҡорт дәүләт университетының халыҡ театры актерҙары, Иволга форумынан гранттар яулап ҡайтыусылар, «Волга буйы зарницаһы» хәрби-спорт уйынының төбәк этабы еңеүселәре – Федоровка районы командаһы, йәш ғалимдар.  Йәмғиәт тормошоң ҡайһы ғына  йүнәлешен алып ҡарама — республика йәштәре барыһында ла үҙ ролен уйнай. Һеҙ беҙҙең киләсәгебеҙ, тине уларға өндәшеп Алексей Анатольевич һәм йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәгән, төрлө проекттарҙа еңеүҙәр яулаған һәр ҡыҙ һәм егетте киләсәктә уңышлы карьера, юғары вазифалар көтөүенә ышаныуын белдерҙе.  Башҡортостанда илдең иң талантлы йәштәре йәшәй! Респуликаның йәштәр сәйәсәте дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук шулай тип сығыш яһаны. Башҡортостан йәштәре илдә, Волга буйы федераль округында үткән бөтә  сараларҙа  ла һәр ваҡыт ҙур составта ҡатнашыуы тураһында һөйләне һәм дәүләттән көтөп ултырыу заманы үтте, идеяларың менән ҡыйыу сығыш яһар,гранттар отоу һәм  төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыр ваҡыт күптән етте, тип әүҙемлекте  хупланы.

Подпишитесь на нас в Google Новости